Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
21 Август 2018, 17:16

Мәктәп сумкаһын дөрөҫ һайлағыҙ

Төрлө күрһәтмәләрҙә, шул иҫәптән Роспотребнадзор тәҡдимендә түбәндәгеләр асыҡ итеп әйтелә: 1–4 класс уҡыусылары өсөн дәреслектәр һалынмаған буш портфелдең ауырлығы 700 грамдан артмаҫҡа тейеш, урта һәм юғары синыф уҡыусылары өсөн – 1000 грамдан да күп түгел.

Мәктәп сумкалары әҙерләү өсөн ҡулланылған материал еңел, ныҡлы, һыу һеңдермәй торған, тиҙ таҙартырлыҡ булырға тейеш. Тышҡы яғында яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементы мотлаҡ, эсе икегә бүлеп эшләнергә тейеш йәки ручка һәм ҡәләмдәрҙе һалыу өсөн махсус кеҫәһе кәрәк.

Башланғыс кластар уҡыусылары өсөн айырым талаптар бар: рюкзактың артҡы өлөшө, ара ҡалдырмайынса, баланың арҡаһына ятып торорға, формаһы тотороҡло булырға тейеш.

Изделиеның арҡаға элә торған ҡайыштарының оҙонлоғо 60-70 см самаһы, киңлеге ҡулбаш тирәһендә 3,5-4 см, ҡалған өлөшөндә 2-2,5 сантиметрҙан кәм булмаһын. Ҡайыш кәрәкле оҙонлоҡта арттырыу һәм кәметеү өсөн көйләнергә тейеш.

Мәктәп сумкаһының бейеклеге 30-36 см булһа, киңлеге – 6-10 см. Алғы яғы артҡыһынан тарыраҡ.

Шулай итеп мәктәпкә рюкзакты нисек дөрөҫ һайларға?

1. Маркировкаһына иғтибар итегеҙ.

Бала өсөн тәғәйенләнгән әйберҙә мотлаҡ тамғаһы: дөрөҫлөккә тап килгән, яҡшы уҡылған мәғлүмәт булырға тейеш.

Рюкзактың этикеткаһында күрһәтелә:

- тәғәйенләнеше (мәҫәлән, “школьный”);

- йәш (мәҫәлән, 10+).

Балалар тауарына һеҙҙең һатыусынан сертификат талап итергә хоҡуғығыҙ бар. Әгәр тәғәйенләнеше һәм нисә йәшлек балалар өсөн икәнлеге күрһәтелмәһә, уның балалар өсөн ярамауы ихтимал.

2. Ауырлығына иғтибар итегеҙ.

Әгәр һеҙ балағыҙға тейешенән ауырыраҡ портфель алһағыҙ, китап һәм дәфтәр һалғандан һуң сумканың ауырлығы тейешле дәүмәлдән артмаһын. Мәҫәлән, беренсе класс уҡыусылары өсөн – 2,2 кг (рюкзак – 700 грамм, китаптар – 1,5 кг), сығарылыш класс уҡыусыһы өсөн – 5 кг (рюкзак – 5 кг, дәреслек һәм дәфтәрҙәр – 4 кг).

3. Рюкзактың артҡы өлөшөнә, ҙурлығына, ҡайышына иғтибар итегеҙ.

Башланғыс класс уҡыусыһы өсөн рюкзактың артҡы формаһы ныҡлы, ҡаты, бөгөлмәҫлек булырға тейеш. Ҡайыштары ла ҙур әһәмиәткә эйә. Әгәр улар үтә ныҡ тар булһа, ҡулбашын ышҡыясаҡ.

Үтә ҙур сумка, еңел генә булһа ла, баланың кәүҙәһенә зыян итәсәк.

4. Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтың булыуы.

Һуң яҡтырған һәм иртә ҡараңғы төшкән ҡышҡы ваҡытта балалар мәктәпкә барғанда һәм ҡайтҡанда уларҙың өҫ кейемдәрендә генә түгел, ә сумкаларында ла яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элемент булырға тейеш.
Әйткәндәй, Башҡортостанда Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығы балалар тауарҙары, мәктәп кәрәк-яраҡтарының сифаты һәм хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса халыҡҡа һәм шәхси эшҡыуарҙарға консультациялар ойоштора. Эксперттар 15 августан 3 сентябргә тиклем телефон аша барлыҡ һорауҙарға яуап бирә. «Ҡыҙыу линия» телефоны: 8-800-700-90-30.
Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.