Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
22 Июнь 2018, 12:54

Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2016 йылдың 5 апрелендәге 157-се Указын үтәүгә ярашлы, Рәсәй МВД-һы структураһында миграция мәсьәләләре буйынса подразделениелар булдырылған.

Был подразделениелар миграция линияһы буйынса дәүләт хеҙмәттәрен бойомға ашырыу-ҙы дауам итә. Миграция мәсьәләләре буйынса подразделениелар тарафынан күрһәтелеүсе дәүләт хеҙмәттәре араһында бар:

1. РФ гражданы паспортын эшләү һәм биреү.

2. РФ гражданының сит ил паспортын эшләү һәм биреү.

3. Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә булыу урыны буйынса һәм йәшәү урыны буйынса РФ граждандарын теркәү һәм иҫәптәрен алып барыу.

4. Рәсәй Федерацияһы территорияһында миграция иҫәбен бойомға ашырыу.

2010 йылдың 27 июлендәге “Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында” 210-ФЗ һанлы Федераль закон талаптарын бойомға ашырыуға ярашлы, 2011 йылдың 1 октябренән Рәсәй МВД-һы ябайлаштырылған тәртиптә дәүләт хеҙмәттәре һәм функцияларын күрһәтә башланы.

Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге булған граждандар тиҙ һәм контактһыҙ документ әйләнешенең бөтә өҫтөнлөктәренән файҙалана, ваҡыт һәм сифатты юғалтыуһыҙ кәрәкле хеҙмәттәрҙе алыу мөмкинлегенә эйә.

Бер тапҡыр www.gosuslugi.ru порталына теркәлеп, һеҙ уның бөтә хеҙмәттәренән, шул иҫәптән Рәсәй МВД-һы тарафынан күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген аласаҡһығыҙ.

Дәүләт хеҙмәттәре порталы (www.gosuslugi.ru) менән фай-ҙаланыу өҫтөнлөктәре:

- хеҙмәттәрҙе алыу ваҡыты ҡыҫҡара;

- граждандар һәм юридик ойошмаларҙың финанс сығымдары кәмей;

- административ кәртәләр кәмей, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алыу мөмкинлеге арта.

Өйҙән сыҡмай ғына һәм сираттарҙа ваҡыт әрәм итмәйенсә интернет аша дәүләт хеҙмәттәренән файҙалана башлар-ҙан алда Gosuslugi.ru порталында теркәлергә кәрәк.

Дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәлеү өсөн нимә кәрәк буласаҡ?

• паспорт мәғлүмәттәре

• мотлаҡ пенсия страховкалауының страховка танытмаһы (ун бер урынлы СНИЛС номеры)

• кеҫә телефоны йәки электрон почта.

Теркәү һәм системаға инеү процедураһын үткәндән һуң, граждан үҙенә кәрәкле хеҙмәтте күрһәтеүгә заявка биреү мөмкинлеген ала. Ошо маҡсатта ул порталдың интернет-битендә кәрәкле хеҙмәтте һайлай һәм артабан күрһәтелгән формала талап ителгән юлдар-ҙы тултыра.

Хеҙмәт карточкаһында уның тасуирламаһы, хаҡы, үтәлеү ваҡыты тураһындағы мәғлүмәт була, хеҙмәт күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт итеү өсөн уларҙы тултырырға, хеҙмәт алыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге менән танышырға кәрәк.

Бәйләнеш тиҙерәк булһын өсөн, ебәрелеүсе анкетала бәйләнеш телефонын күрһәтеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ.

Граждандың заявкаһы эске эштәр бүлегенең тейешле подразделениеһына тапшырыла, унда уның төҙөлөү һәм бирелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө тикшерелә һәм шунан һуң гражданға электрон рәүештә уның заявкаһының (белдереүенең) ҡаралыуы тураһында мәғлүмәт һәм дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн эске эштәр органдары подразделениеһына саҡырыу ебәрелә. Эске эштәр бүлегенә барғанда хеҙмәт күрһәтеүҙе үтенгән граждан талап ителгән документтарҙың төп нөсхәләрен бирергә бурыслы. Уларҙы тикшергәндән һуң, гражданға һоралған хеҙмәте күрһәтелә.

Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза биргән граждан өҫтөнлөклө тәртиптә хеҙмәтләндерелә, һәм ул дәүләт учреждениеларына йөрөүгә ваҡытын күпкә аҙыраҡ сарыф итәсәк.

Л. ХӘМӘТУЛЛИНА,

Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса миграция мәсьәләләре бүлексәһе начальнигы, полиция майоры.