ЕГРН-да территориаль зоналар тураһында мәғлүмәт булмау урындағы үҙидара органдары, физик шәхестәр һәм юридик ойошмалар өсөн рөхсәт ителгән ер участкаларынан файҙаланыуҙы үҙгәртеү процедураһын оҙаҡҡа һуҙа. Шулай уҡ, күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙең булмауы ПЗЗ иҫәбенән башҡа дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған бер үк ер участкаһын төрлө территориаль зоналарға керетеү осраҡтарына килтерә, ә ул Рәсәй Федерацияһы Ҡала төҙөлөшө кодексының 30-сы статьяһының 4-се бүлеге менән рөхсәт ителмәй.
Әйтергә кәрәк, 2021 йылдың 1 ғинуарынан төҙөлөш, капиталь төҙөлөш объекттары төҙөү, үҙгәртеп ҡороу планлаштырылған ер участкалары урынлашҡан территориаль зоналарҙың сиктәре тураһында ЕГРН-да мәғлүмәттәр булмаһа, 2021 йылдың 1 ғинуарынан төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы бирелмәй.
Торама пункттар сиктәре тураһында мәғлүмәттәрҙең ЕГРН-да булмауы башҡа категорияларҙан ер участкаларын торама пункттар категорияларына үҙгәртергә мөмкинлек бирмәй. Айырым категория граждандарына льготалы шарттар менән ер участкаларын бүлгәндә был бигерәк тә актуаль.
Уставтың 14.15 пункты менән ҡаралған вәкиллек хоҡуғы үтәү сиктәрендә, 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы Кадастр палатаһы Архангель муниципаль районының 11 ауыл биләмәһе менән ППЗ-ға ярашлы территориаль зоналар сиктәре һәм генераль план буйынса раҫланған торама пункттар сиктәре тураһында ЕГРН-ға мәғлүмәттәр индереү өсөн кәрәккән документтар әҙерләүгә килешеү төҙөнө.
ЕГРН-ға мәғлүмәттәр индереү өсөн төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы, кәрәкле документтар, шулай уҡ ХМL форматында ла әҙерләнгән:
10 ауыл биләмәләре буйынса территориаль зоналары сиктәренең карталары (пландары) менән 95 ер төҙөлөшө буйынса эш;
бер ауыл биләмәһенең торама пункты сиктәренең карталары (пландары) менән 5 ер төҙөлөшө буйынса эш.
Эштәрҙе башҡарыу барышында раҫлаған ППЗ-ның һәм генераль пландарҙың анализы үткәрелде, ЕГРН-да, 1:2000 һәм 1:10000 масштабындағы ортофотопландарҙа булған мәғлүмәттәр сағыштырып ҡаралды. Территориаль зоналар сиктәренең ер участкалары менән киҫешеүе асыҡланғанда(ә был РФ закондар йыйылмаһы менән рөхсәт ителмәй), асыҡ тыңлауҙарҙа ППЗ-ға үҙгәртеүҙәр кертеү маҡсатында картограф материалдары менән уларҙы бөтөрөү өсөн тәҡдимдәр әҙерләнә.