Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 212-се статьяһына ярашлы, эш биреүсенең эш урындарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалауы хәүефһеҙ шарттар һәм хеҙмәт һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса бурыстарының береһе булып тора (артабан – махсус баһа). Ошо процесты “Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау тураһында” 426-сы Федераль закон көйләй (артабан – Федераль закон).
Әйтеп китергә кәрәк, ошо норматив көсөнә ингәнсе үткәрелгән аттестация һөҙөмтәләре бер ҡайҙа ла юғалмай, ә ХШМБ һөҙөмтәләре менән бергә эшләй.
Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау процедураһы бөтөн эш биреүселәргә лә, дәүләт йәки коммерция компанияһы, акционерҙар йәмғиәте йәки шәхси эшмәкәр булыуҙарына ҡарамаҫтан, мотлаҡ булып тора.
Махсус баһа өйҙә эшләүселәрҙе, дистанцион хеҙмәткәрҙәрҙе, шәхси эшҡыуар булмаған эш биреүсе-физик шәхес менән хеҙмәт бәйләнешенә ингән хеҙмәткәрҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, бөтә эш урындарында, шулай уҡ муниципаль һәм дәүләт граждан хеҙмәткәрҙәренең эш урындарында үткәрелә.
Федераль закондың 27-се статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, махсус баһаны этаплап үтеү мөмкин һәм ул 2018 йылдың 31 декабренә тиклем тамамланырға тейеш. Аттестация һөҙөмтәләре 5 йыл ғәмәлдә була (бәхетһеҙлек булмағанда тағы 5 йылға оҙайтыла). Мәҫәлән, Һеҙ эш урындарының аттестацияһын 2013 йылдың декабрендә тамамланығыҙ, уның һөҙөмтәләрен 2018 йылдың декабренә тиклем ҡуллана алаһығыҙ.
Әгәр ҙә предприятиела эш урындарының аттестацияһы әлегә тиклем үткәрелмәһә, закон сығарыуҙың мотлаҡ талабы – 2018 йылдың аҙағына тиклем хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы үткәреү. Һәр яңы ойошторолған эш урындарында хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы ярты йыл эсендә үткәрергә. Бәхетһеҙлек, профессиональ ауырыу осрағында, ҡулланылған материалдар үҙгәргәндә, ҡулланған һаҡланыу саралары үҙгәргәндә–алты ай эсендә.
Махсус баһа үткәреүҙең ҡаралған тәртибен боҙған йәки уны башҡармаған өсөн иҫкәртеү яһала йәки Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 5.27.1-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса административ штраф бирелә: вазифалы кешеләргә 5000-дән 10000 һумға тиклем; юридик булмаған эшҡыуар эшмәкәрлеген алып барған шәхестәргә 5000-дән 10000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә 60000-дән 80000 меңгә тиклем.
Ҡабаттан закон боҙған ваҡытта яза ҡатыландырыла.
Хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы үткәреүҙе ойоштороу һәм финанслау бурысы эш биреүсегә йөкмәтелә. ХШМБ федераль баш-ҡарма власть органы менән раҫланған үткәреү методикаһына ярашлы үткәрелә (“Хеҙмәт шарттарын махсус баһалау тураһында” 426-сы Федераль закон).
ХШМБ үткәргән ойошмалар исемлеге БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығының сайтында һәм хакимиәт сайтының хеҙмәт бәйләнештәре бүлегендә, хеҙмәтте һаҡлау бүлегендә бар (хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы үткәргән ойошмалар реестры).
Мәсетле районында 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата хеҙмәт шарттарын махсус баһалауҙы 46 ойошма үткәреп бөтөргән, ХШМБ үткән хеҙмәткәрҙәр һаны – 1501 кеше, үткәреү проценты – 20,6.
Төньяҡ-көнсығыш район-ара
халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Мәсетле районы буйынса бүлеге.