- идаралыҡ хеҙмәттәре буйынса документтар ҡабул иткән-биргән ваҡытта шарттар булдырылған – был функциялар күп функциялы үҙәккә (артабан – МФЦ) 100 проценты менән тапшырылған. Бөгөн БР-ҙа идаралыҡ хеҙмәттәрен МФЦ-ның 74 стационар ҡабул итеү офисында, шулай уҡ МФЦ-ның документтарҙы алдан яҙылыу буйынса ғына бирергә мөмкин булған 480 территориаль айырымланған структур подразделениеһында (ТОСП) алыр-ға мөмкин. Ведомстволарҙан бик аҙҙар ғына МФЦ-лағы кеүек бер нисә ҡабул итеү тәҙрәһен эшләтә ала. Был, тәү сиратта, ғариза биреүселәр-ҙең үҙҙәре өсөн уңайлы.
- Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) мәғлүмәттәр биргән ваҡытта Росреестр дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү өлөшөндә иң мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ведомство-ара электрон килешеп эш итеү тора. Әлеге ваҡытҡа урындағы үҙидара органдары һәм республика башҡарма власть органдары менән электрон үҙ-ара килешеп эш итеүгә күсеү буйынса күрелгән саралар ЕГРН-дан әлеге органдарҙан килеүсе мәғлүмәттәрҙе биреү тураһындағы запростар өлөшөн 99 процентҡа тиклем (2014 йылда был күрһәткес 70% тәшкил итә ине) арттырырға мөмкинлек бирҙе. Был төрлө ведомстволар граждандарҙан һәм эшҡыуарҙарҙан ЕГРН-дан өҙөмтәләрҙе үҙҙәре биреүҙәрен талап итмәй тигәнде аңлата. Икенсе яҡтан, бөгөн ғариза биреүселәргә башҡа органдар ҡарамағындағы документтарын Росреестр идаралығына биреүҙең кәрәге юҡ, дәүләт хоҡуҡ теркәүселәре ведомство-ара каналдар аша уларҙы үҙҙәре һоратып ала.
- Бөгөн республикала милек хоҡуғын иң ҡыҫҡа срокта: Росреестр порталы аша йәки идаралыҡ ҡарамағындағы республиканың эре ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә, асылған махсуслаштырылған консультация үҙәктәренә мөрәжәғәт итеп, ғариза һәм башҡа кәрәкле документтарҙы биреү юлы менән ни бары 1-2 эш көнөндә теркәргә мөмкин. Электрон ысул менән биргәндә, бөтә төбәктәрҙә лә теркәү ундай срокта башҡарылмай. Иң ҡыҫҡа сроктар килешеүҙәр буйынса тиҙ иҫәп-хисап яһауҙы тәьмин итә һәм килешеү буйынса контр-агенттың алдамауына ышаныс бирә. Әгәр ҙә инде МФЦ аша теркәүҙе һорап мөрәжәғәт итһәң, ул саҡта Баш-ҡортостанда был хеҙмәтте күрһәтеү 6 эш көнө тәшкил итә (РФ буйынса уртаса – 7-9 эш көнө).
- Ғариза биреүсенең (ҡулланыусының) әлеге хеҙмәт тураһындағы фекеренә иҫәп-теркәү процедураларының ваҡытлыса туҡтатылып тороуҙары йәки теркәүҙән баш тартыуҙар ихтималлығы ла йоғонто яһай. Идаралыҡ тарафынан башҡарылған эш арҡаһында 2017 йылда баш тартыуҙар һәм туҡтатылып тороуҙар өлөшө шаҡтай кәмене. Кадастр эштәре баҙарында ҡатнашыусылар (кадастр инженерҙары) кеүек үк, МФЦ хеҙмәткәрҙәре менән эшләү ҙә ошоға булышлыҡ итте. Шулай уҡ дәүләт хоҡуҡ теркәүселәренә даими рәүештә өҫтәмә профессиональ уҡытыу бойомға ашырыла.
Росреестр идаралығы 2017 йылдың июленә ҡарата план күрһәткестәренә ирешә һәм хатта уны яҡшырта алған. Мәҫәлән, хоҡуҡты дәүләт теркәүендә туҡтатыуҙарҙың план буйынса кимәле 6,6 проценттан артмай, 2017 йыл аҙағына Башҡортостанда ул өс процент кимәлендә. Кадастр иҫәбе менән осраҡта норма 18 проценттан артмай, Башҡортостанда йыл аҙағына – айына 6 процент.
“Күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүе тураһында” Федераль закон көсөнә инеү менән күсемһеҙ милек объектының Башҡортостан Республикаһы сиктәрендәме, Рәсәй Федерацияһындамы урынлашыуына ҡарамаҫтан хоҡуҡты теркәү өсөн мөрәжәғәт итеү мөмкинселеге килеп сыҡты.
2017 йылдың ғинуар айынан бер юлы бер ғариза ярҙамында объектҡа үҙ хоҡуғыңды теркәргә һәм кадастр иҫәбенә ҡуйырға була. Элегерәк, тәүҙә объектты иҫәпкә ҡу-йырға, ә һуңынан ғына теркәү талап ителә ине.
Бөгөн һеҙҙә һаналған мөлкәт менән килешеүҙәр тик һеҙҙең ҡатнашлыҡта ғына башҡарылһын өсөн Росреестрға ғариза биреү мөмкинлеге бар. Был хаҡта ЕГРН-ға яҙма индереләсәк, һәм кемдер күсемһеҙ милекте һатырға теләһә (ышаныс ҡағыҙы буйынса), регистратор уға ғаризаһын ҡарап тормайынса кире ҡайтарасаҡ.
Росреестр электрон сер-вистарҙы үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡара. Росреестр сайтында “Личный кабинет правообладателя” бар, унда үҙегеҙҙең күсемһеҙ милек тураһында тулы мәғлүмәтте ҡарап була. Милек хужалары сервис ярҙамында күсемһеҙ милек объекттарының характеристик үҙгәрештәре, уларға арест, сикләү һалыу йәки алыу тураһында белдереү алырға мөмкин. Шулай уҡ бында Росреестрҙың электрон дәүләт хеҙмәттәрен алырға мөмкин.
Росреестрҙың “Электронные услуги и сервисы” сайты бүлегендә 20-ләгән электрон сервис менән ҡулланып була, шул иҫәптән онлайн режимында күсемһеҙ милек объекты тураһындағы мәғлүмәтте бөтөнләй бушлай ҡарарға мөмкин (милек менән идара итеү өсөн ҡаршылыҡтар юҡмы, объект кадастр иҫәбендә торамы, кадастр хаҡы ниндәй һ.б.).
Росреестрҙың дәүләт хеҙмәттәрен электрон формала алыуға күсеү мәсьәләһенә ҙур ғына иғтибар бүленә.
Росреестрҙың электрон хеҙмәттәрен популярлаштырыу маҡсатында Росреестр порталы аша хоҡуҡты теркәү һәм дәүләт кадастр иҫәбе һорауҙары буйынса ғариза биреүселәргә консультация биреү системаһы ойошторолған, өйрәтеү семинарҙары, мастер-кластар, йәки күсмә саралар үткәрелә.