Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
12 Февраль 2018, 16:34

Хайуандар донъяһын һаҡлайыҡ

2018 йылдың 12 февраленән Рәсәй Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының 2011 йылдың 8 декабрендәге бойороғо менән раҫланған һунар ресурстарына килтерелгән зыян күләмен иҫәпләү методикаһына индерелгән үҙгәрештәр көсөнә инә.

Уртаса алғанда, штрафтар ике тапҡырға арттырылған. Әгәр бөгөнгә ата мышыны рөхсәтһеҙ аулаған өсөн закон боҙоусыға 120 мең һум күләмендә дәғүә белдерелһә, 12 февралдән был сумма 240 мең һумға тиклем арта, ҡыр кәзәһе өсөн 120 мең һум, бурһыҡ – 36 мең һум, ҡондоҙ һәм һыу-һар (куница) – 18 мең һум, һеләүһен – 120 мең һум, ҡуян – 3 мең һум, ондатра – 1500 һум, һуйыр – 18 мең һум, ҡор – 6 мең һум, өйрәк һәм сел өсөн 1800 һумға штраф һалынасаҡ.

Был мәғлүмәт бер кемдеке лә түгел тип иҫәпләгән, браконьерлыҡ ниәттәрен бойомға ашырырға өмөтләнгән- дәрҙең аңына барып етер, тип ышанабыҙ.

Ришат КӘРИМОВ,

Мәсәғүт хайуандар донъяһы объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу хеҙмәте төп белгес-эксперты.