Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
8 Февраль 2018, 17:57

Өйҙә йорт эйәһе булһа, өйҙә – тәртип, өй – имен!

10 февралдә боронғо славян йолалары буйынса “Кудесы” – йорт эйәһен һыйлау көнөн байрам итәләр. Был көндө йорт хужаһын һыйлау һәм йомшартыу ҡабул ителгән. Әгәр һеҙ бер ҡасан да йорт эйәһе менән аралашмаһағыҙ йәки уның һеҙҙең өйҙә бармы-юҡмы икәнлеген белмәһәгеҙ, 10 февраль – быны асыҡлау һәм уның менән дуҫлашыу өсөн бик яҡшы мәл.

9-ынан 10-ына ҡарай төндә аулаҡ урынға һый менән тәрилкә: берәй ҡалаҡ бут-ҡа, бәлеш йәки татлы ҡалас киҫәге, кәнфиттәр йәки шәкәр киҫәге ҡуйығыҙ. Кәнфиттәрҙән өй хужаһы барыһынан да нығыраҡ карамель, дүрткел кәнфит- тәрҙе йәки леденецтарҙы ярата. Һыйлы тәрилкәгә тыуған көнөн туйлаусы өсөн шулай уҡ тәңкәләр һалалар. Тәңкәләр – ул хужанан йорттоң етешлеге тураһында ҡай-ғыртыуын үтенеү. Иртән был тәңкәләрҙе йыйып алалар ҙа матур тоҡсай-ға һалып, икенсе йылға тиклем йәшерен урынға алып ҡуялар.

Өй эйәһен ғәҙәттә хужабикә һыйлай (йорт эйәләре күберәк ҡатын-ҡыҙға теләктәшлек күрһәтә), шуның менән бергә ул өс тапҡыр: “Хужам-туғанҡайым, өй эйәһе, ихтирам йөҙөнән минән һый ҡабул ит, аша-эс, йөрө, күңел ас, миңә (исемен әйтә) һәм ғаиләмә ярҙам ит, бәлә-ҡазаларҙан һәм сирҙәрҙән һаҡла, именлектә-байлыҡта йәшәргә булыш!” – тип әйтә. Һәр бер мөрәжәғәттән һуң өй хужаһына ергә тиклем эйелеп баш эйергә кәрәк. Ошонан һуң, өй эйәһенә ҡамасауламаҫ өсөн, бөтөн ғаилә йоҡларға ята.


Өйҙә йорт эйәһе ни менән шөғөлләнә һуң?

* Торлаҡтағы таҙалыҡты күҙәтә. Өй эйәһе өй буйлап туҙғытылған энергетик сүп- сарҙы күрә. Ул торлаҡты ошо сүптән таҙартырға тырышасаҡ.

* Әйберҙәрҙең һаҡлылығын күҙәтә. Һеҙҙең өйҙә бөтә техника ла төҙөк эшләйәсәк, һауыт-һаба ватылмаясаҡ. Өй эйәһе юғалған әйберҙәрҙе табырға ярҙам итәсәк. Бының өсөн унан үтенергә генә кәрәк: “Хужаҡайым-туған-ҡайым, шул әйберҙең, был әйберҙең ҡайҙа ятҡанын әйт әле”…

* Алама кешеләрҙән һаҡлай. Әгәр, мәҫәлән, өйгә ҡара уйлы, көнсөл, яман кеше керһә, йорт эйәһе борсола башлай. Әгәр фатир хужаһы өй эйәһенең шыбырлағанын ишетмәһә, ул үҙенә иғтибар иттереү өсөн барыһын да эшләй. Яуыз уйлы кешенең ҡулынан көрөшкәһе төшөп ватылыр-ға, ашъяулыҡҡа нимәлер түгелергә мөмкин. Ҡайһы ваҡыт хужаның үҙенең ҡулынан һауыт-һаба төшөп ватыла – был да иҫкәртеү. Өй эйәһе төрлөсә яман кешене өйҙән “ҡыҫырыҡлап” сығарып ебәрергә тырышасаҡ. Ундай ҡунаҡтарға уңайһыҙ, ҡыйын була башлай һәм улар тиҙерәк сығып китергә тырышасаҡ.

* Бәләкәй балаларҙы күҙәтә һәм төрлө бәлә-ҡазаларға юл ҡуймай. Өй эйәһе һеҙҙең сабый менән бик теләп булышасаҡ һәм уны шырпы, ҡайсы, розетка кеүек хәүефле әйберҙәрҙән ҡурсалаясаҡ.

* Әгәр йорт хужаһының мөһим эштәре булһа, өй эйәһе шулай уҡ уны уятырға, онотолған эштәре тураһында иҫенә төшөрөргә мөмкин.


Өй эйәһен нисек йомшартырға?

Өйҙө даими йыйыштырырға. Өй эйәһенә туҙан һәм тәртип булмау бик ныҡ оҡшамай. Тағы ла, бесәйҙәрҙе йәберләргә ярамай, сөнки өй эйәһе йыш ҡына бесәй ҡиәфәтенә инеүе мөмкин.

Өйҙә бер ҡасан да әрләшмәҫкә, бар эштәрҙе лә тыныс ҡына хәл итергә. Кире энергетика өй эйәһен өркөтә һәм һәр төрлө ен-пәрейҙәргә ишек аса.

Өй эйәһе менән кәңәшләшергә, уның хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр генә һөйләргә.

Иғтибар өсөн рәхмәт йөҙөнән өй эйәһе ғаиләлә тыныслыҡ һәм тынғылыҡты һаҡлап ҡаласаҡ, йортто бәләләрҙән һәм бәхетһеҙлектәрҙән ҡурсалаясаҡ.

Шулай итеп, өй эйәһен Тыуған көнө менән ҡотлайыҡ һәм уға: “Өйөбөҙҙө һәм уның эсендәге беҙҙе һаҡла! Байлыҡты арттыр, яуызлыҡты кире ҡаҡ!” тигән теләктәребеҙҙе әйтәйек. Һыйлау тураһында ла онотмайыҡ.