Әлеге мал һуйыу талаптары уларҙың хужаларына, шул иҫәптән шәхси ихаталарҙа һатыу өсөн малдарын тик ошо маҡсат өсөн бүленгән урындарҙа ғына (ит комбинаттары, һуйыу пункттары һәм май-ҙансыҡтары) һуйырға ҡуша.
Мал һуйыуҙы бойомға ашырыусы производство объекттарында ит һәм ит продукцияһы етештереүсе производство объекттарын тотоу һәм эксплуатациялау буйынса хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған продукция сығарыуҙы тәьмин итеүгә, шулай уҡ юл ҡуйырға ярамаған ҡурҡыныстар килеп сығыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән гигиена һәм ветеринария-санитария талаптары үтәлергә тейеш.
РФ Ауыл хужалығы министрлығының 2014 йылдың 12 мартындағы “Урта һәм бәләкәй ҡеүәтле мал һуйыу пункттарында мал һуйғанда, ит һәм башҡа сәнәғәт өсөн етештерелмәгән һуйыу продукттарын тәү эшкәрткәндә ветеринария өлкәһендәге ҡағиҙәләрҙе раҫлау тураһында” бойороғо менән һуйыу предприятиеларына, шулай уҡ малдарҙы һуйыу процестарына һәм тәү эшкәртеүгә талаптар билдәләнгән.
Шуның менән бергә, Таможня союзының “Ит һәм ит продукцияһы хәүефһеҙлеге” Техник регламентының I өлөшөнөң 4-се пунктына ярашлы, үрҙә күрһәтелгән талаптар граждандар тарафынан өй шарттарында һәм (йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа (ШЯХ) йәки малсылыҡ менән шөғөлләнгән граждандар тарафынан етештерелеүсе һуйыу продукттарына һәм ит продукцияһына, шулай уҡ бары тик шәхси ҡулланыу өсөн генә тәғәйенләнгән һәм Таможня союзының таможня территорияһында әйләнешкә сығарыу өсөн тәғәйенләнмәгән һуйыу продукттарын һәм ит продукцияһын етештереү, һаҡлау, бер урындан икенсе урынға алып барыу һәм утилләштереү процестарына ҡағылмай.
Рәсәй Федерацияһының 1993 йылдың 14 майындағы “Ветеринария тураһында” 4991-1 һанлы законының 2-се статьяһына ярашлы, ветеринария өсөн берҙәм мәғлүмәт мөхитен булдырыу, биологик һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында дәүләт ветеринария күҙәтеүендәге йөктәрҙе, уларҙың Рәсәй Федерацияһы территорияһы буйлап йөрөү юлдарын күҙәтеү өсөн 2018 йылдың 1 июленән оҙатып йөрөүсе ветеринария документтары электрон формала “Меркурий” автоматлаштырылған системаһында әҙерләнәсәк. 2018 йылдан әлеге электрон система ит һәм ит продукцияһы менән тәьмин итеүселәрҙең барыһы өсөн дә мотлаҡ буласаҡ, был тауар-ҙың килеп сығышын, сифатын һәм санитария талаптарына тап килеү-килмәүен күҙәтергә мөмкинлек бирәсәк. Күп кенә ШЯХ хужалары, һуйыу пункттары булмайынса, малды шәхси ихаталарында һуя һәм йорт эргәләрендә сауҙа итә, ҡайһы берәүҙәр подукцияһының ветеринария һәм санитария йәһәтенән хәүефһеҙлегенә инанып тормайынса, үҙҙәрен һәм һатып алыусыларын ҡур-ҡыныс аҫтына ҡуйып, иттәрен ветеринария документтарынан башҡа ҡалаға сығара. Был ҙур проблема, уның менән көрәшергә кәрәк. Райондарҙа шәхси етештереүселәрҙең аҙҙары ғына малды тере килеш ит комбинаттарына һәм һуйыу пункттарына алып сыға. Малды дөрөҫ һуйыу тәү сиратта хәүефһеҙлеккә һәм иттең сифатына, уның һаҡланыуына йоғонто яһай. Ит һәм мал һуйыуҙың башҡа продукттары тик оҙатып йөрөүсе ветеринария документтары булғанда ғына әйләнештә була ала.
Рәсәй Федерацияһы территорияһында яңы һәм хай-уандарҙың элек юҡ ителгән айырыуса ҡурҡыныслы, шул иҫәптән кеше өсөн дә уртаҡ булған сирҙәренең киң таралыуы ветеринария хеҙмәтенә һуңғы йылдарҙа ихаталарҙа һуйыуҙы тыйырға мәжбүр итә.
Ит әҙерләүҙең яңы тәртибенә күсеү ҡатмарлылығын иҫәпкә алып, республика территорияһында уға күсеү осоро билдәләнгәйне, уның дауамында ҡыҙыҡһынған кешеләр һуйыу пункттарын ойоштороу буйынса кәрәкле саралар күрә алды.
Мал һуйыуға яңы талаптарҙың көсөнә инеүе тураһындағы мәғлүмәт урындағы үҙидара органдарына һәм хужалыҡ итеүсе субъект-тарға ваҡытында еткерелде.
Магазиндар прилавкаларынан крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа һәм граждандарҙың шәхси ихаталарында етештерелгән ит һәм ит продукцияһының юғалыуына юл ҡуймаҫ өсөн муниципаль берәмектәр мал һуйыу урындарын төҙөүгә йәки райондар территорияһында һуйыу пункттарын тергеҙеү мәсьәләһен хәл итеүгә булышырға, ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә малдарын ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа тапшыра алыуҙарын аңла- тырға һәм халыҡтың шәхси ярҙамсы хужалыҡтарында етештерелеүсе продукцияларын баҙарҙарҙа һатыу мөмкинлегенән мәхрүм ителеүенә юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Россельхознадзор идаралығы дәүләт инспекторы.