Ата-әсәләр! Балаларға тау шыуғанда үҙ-үҙеңде тотоуҙың бер нисә мөһим ҡағиҙәһен өйрәтегеҙ һәм үҙегеҙ ҙә хәүефһеҙлек талаптарын ҡәтғи үтәгеҙ:
• шыуып төшкән кеше ситкә китмәйенсә, тауҙан шыуып төшмәҫкә;
• шыуып төшкәс, аҫта тотҡарланмаҫҡа, ә тиҙерәк юлды бушатыу өсөн, йә икенсе яҡҡа шыуышырға, йә ситкә тәгәрәргә;
• боҙ юлы аша йүгермәҫкә: унда йығылыуығыҙ һәм төшөп килгәндәрҙең аяҡ аҫтында ҡалыуығыҙ ихтимал;
• ҡар йәки боҙ һырғалағына тик махсус күтәрмәләр менән йыһазландырылған менә торған ерҙән генә күтәрелергә;
• аяғүрә тороп йәиһә сүкәйеп ултырып шыуырға ярамай;
• алға табан арҡа йәки баш менән (эскә ятып) шыуып төшмәҫкә тырышырға, төшкәндә лә, менгәндә лә һәр ваҡыт алға ҡарарға кәрәк;
• әгәр ҙә бәрелеү ҡотолғоһоҙ икән (юлда ағас, кеше һәм башҡалар), ул саҡта ҡабырғаға ятырға, йә булмаһа, боҙло ерҙән ситкә тәгәрәргә тырышырға кәрәк.
Ҡышын һауа тултырылған саналарҙа йәки тюбингтарҙа шыуыу күптәр өсөн ваҡыт үткәреүҙең яратҡан ысулына әйләнде.
Тын тултырылған саналарҙың конструкцияһы ярайһы уҡ ябай. Махсус ҡатлам эсенә автомобиль камераһы ҡуйылған. Ә был ҡатлам бик шәп шыуыу үҙенсәлегенә эйә, үҙе бик ныҡ. Әлеге саналар эсендәге камера тау битләүенең ҡытыршылыҡтарын амортизациялай һәм шыуып төшөүҙе уңайлыраҡ итә.
Тик, үкенескә күрә, тюбингта шыуыу – имгәнеү йәһәтенән иң ҡурҡыныслы ял итеү төрҙәренең береһе. Ғәҙәти саналарҙан айырмалы, улар тиҙлектәрен ныҡ арттырырға һәм төшкән ваҡытта хатта үҙенең күсәре тирәләй өйөрөлә башларға һәләтле. Шуның менән бергә улар менән бөтөнләй идара итеп булмай, туҡтатыу ҡоролмаһы менән дә йыһазландырылмаған. Шуға күрә тюбингтар менән бары тик махсус әҙерләнгән трассаларҙа ғына шыуырға мөмкин. Шулай булғас, тынлы саналарҙа шыуған ваҡытта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында оно- торға ярамай.
Тын тултырылған саналарҙа ҡайҙа шыуырға ҡәтғи тыйыла:
• йыһазландырылмаған урман трассаларында һәм ҡашлаҡтарҙа;
• таштар, ҡом, ҡаты боҙ һәм башҡа сит предметтар булған, өҫкө ҡатламы шыма булмаған ҡашлаҡтарҙа;
• трамплинлы ҡашлаҡтарҙа.
Тынлы санаға дөрөҫ ултырығыҙ
Шыуып төшкән ваҡытта сығып осмаҫ һәм ҡап-ланмаҫ өсөн әлеге тынлы саналарға дөрөҫ ултырырға кәрәк. Шулай итеп, иң мөһиме – ул ауырлыҡ үҙәген дөрөҫ бүлеү, бының өсөн аяҡтар менән ҡарға теймәҫлек итеп тюбингтың үҙәгенә тәрәнерәк кереп ултырырға кәрәк. Әгәр шулай ҙа аяҡтар ергә тейә икән, ул саҡта ҙурыраҡ диаметрлы сана алыу зарур. Шыуғанда тюбингтың ян-яҡтарында урынлашҡан махсус ҡайыштарға тотонорға кәңәш ителә. Шулай уҡ тюбингтарҙы “паровоз” итеп бер-береһенә тағырға ярамай, уларҙың ҡапланыуы ихтимал. Тын тултырылған санала икәүләп йәки бер юлы бер нисә кеше бергә шыуыу хәүефле, сөнки “бублик”тан сығып осорға мөмкин. Шуның менән бергә ололар был ҡағиҙәне йыш боҙа – балалары менән бергә бер санаға ултыра, һәм һөҙөмтәлә, был балаларҙың имгәнеүенә килтерә.
• әгәр һеҙ тюбингка тынды һалҡында тултыр-һағыҙ йәки өҫтәһәгеҙ, уны йылы бинаға йәиһә автомобиль салонына индергән ваҡытта камералағы һауаның бер өлөшөн сығарырға кәңәш ителә. Сөнки һалҡын һауа ныҡ тултырылған булһа, йылыла һауа киңәйә башлай һәм камера шартларға мөмкин;
• тюбингка артыҡ көсөргәнеш бирергә ярамай; һәр бер моделдең характеристикаһында уның өсөн рөхсәт ителгән иң ҙур ауырлыҡ күрһәтелгән;
• тын тултырылған саналарҙа ауышлығы 20 градустан артмаған битләүҙәрҙән шыуыу кәңәш ителә. Ҡашлаҡ аҫтында сананы туҡтатыу өсөн етерлек урын булырға тейеш. Шулай уҡ тюбингтар менән ағастар үҫкән ҡашлаҡтарҙан шыуырға ярамай;
• тюбинг тиҙлеген тиҙ арттыра, шуға күрә төшкән ерҙә башҡа шыуыусыларға иғтибар итегеҙ. Төшөр алдынан алдығыҙҙа шыуып йөрөүселәрҙән, айырыуса балаларҙан бер кем дә булмауына инанығыҙ;
• тынлы санала ултырып шыуырға кәрәк, унда батуттағы шикелле һикереп маташмағыҙ;
• һауа тултырылған сананың тышы ҡараймаһын һәм тәү күренешен һаҡлап ҡалһын өсөн, уның тынын, эсендәге камераһын сығарырға һәм айырым полиэтилен пакетҡа һалып һаҡларға кәңәш итәбеҙ.
Ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ, һәм һеҙ үҙегеҙҙе лә, тирә-йүндәгеләрҙе лә травмаларҙан һәм имгәнеүҙәрҙән һаҡлаясаҡһығыҙ.