Мәсетле тормошо
+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
30 Октябрь 2017, 02:00
Иҫкәртеүсе билдәләр – йәбештерергә кәрәкме?
Мәсетле автоһәүәҫкәрҙәре, иҫкәртеүсе билдәләрҙе машиналарға йәбештерергә кәрәкме-юҡмы икән тип, баш вата. Берәүҙәр наклейка өсөн “шаҡ ҡатырлыҡ” хаҡтар менән осрашҡан да инде, икенселәр “Энәле тәгәрмәс” (“шипы”) тигән билдәне һатып алып йәбештереүҙең файҙаһын күрмәй. Шулай итеп, барыһын да бер үк һорау борсой – бындай билдә ҡуйылмаған өсөн кемгә булһа ла штраф яҙҙылармы икән? Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы Вадим Ғилметдиновтың ошо һорау-ға яуап биреүен һораныҡ. – Вадим Булат улы, водителдәр ниндәй билдәләр йәбештерергә бурыслы? – Иҫегеҙгә төшөрәм: 4 апрелдән Юл хәрәкәте ҡағи-ҙәләренең 8-се пунктына ярашлы, бөтә автомобилселәр ҙә кәрәк булған осраҡта “Энәле тәгәрмәс”, “Балалар-ҙы ташыу”, “Һаңғырау во- дитель”, “Уҡыу өсөн тәғәйенләнгән транспорт сараһы”, “Тиҙлекте сикләү”, “Ҙур габаритлы/хәүефле йөк”, “Яй йөрөүсе транспорт сараһы”, “Автопоезд” кеүек таныу билдәләрен файҙаланырға тейеш. Яңы ҡануниәттә “Йәш водитель” тигән билдәгә айырым иғтибар бүленә йәки стажы ике йылдан кәм булған водителдәр ошондай билдәне – өндәү билдәһе төшөрөлгән һары төҫтәге наклейканы йәбештерергә бурыслы. Бынан тыш, стажы ике йылға тулмаған водителдәргә автомобилдәрҙе буксирға алырға, мотоциклдарҙа пассажирҙар йөрөтөргә һәм ҙур габаритлы йөк ташыусы транспорт сараһы менән идара итергә ярамай. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 31 октябрендәге 87-се һанында уҡығыҙ.
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла