Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
26 Октябрь 2017, 02:00

Объекттарҙы электрлаштырыу

Һуңғы ваҡытта беҙҙең районда төҙөлөш алып барылған участкалар һаны артты. Ошоноң менән бәйле төҙөлгән объекттарҙы электрлаштырыу мәсьәләһе килеп баҫты. Беҙҙең районды энергия менән тәьмин итеү менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың береһе – “ГИП-Электро” ЯСЙ-һы. Объекттарҙы “ГИП-Электро” ЯСЙ-һы электр селтәренә тоташтырыу өсөн һеҙгә технологик тоташыу процедураһын бойомға ашырырға кәрәк, ул түбәндәге тәртипте күҙ уңында тота: Беренсе аҙым Заявка биреү һәм технологик тоташыу килешеүен төҙөү Һеҙ күрергә тейешле саралар: • Технологик тоташыуға заявка ебәреү. • Килешеү офертаһын алыу. • Килешеүгә ҡул ҡуйыу. Технологик тоташыуға заявканы түбәндәге ысулдарҙың береһе менән ебәрергә мөмкин: 1. “ГИП-Электро” ЯСЙ-һының айырымланған яҡындағы подразделение-һына үҙең барып. Адрестары һәм телефондары күрһәтелгән айырымланған подразделениелар исемлеге менән http://gipelektro.ru сайтында танышыр-ға мөмкин. 2. “ГИП-Электро” ЯСЙ-һы сайтындағы – http://gipelektro.ru – шәхси кабинет ярҙамында алдан теркәлеп. Юридик ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар электрон-цифрлы ҡултамғалары бул-ған ваҡытта ундай мөмкинлеккә эйә. Технологик тоташыуға заявканы тултырыу буйынса һорауҙар килеп тыуған осраҡта һеҙ “ГИП-Электро” ЯСЙ-һының яҡындағы айырымланған подразделениеһына йәки 8 (34721) 6-32-56 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.