Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
19 Октябрь 2017, 02:00

Ниндәй яңылыҡтар бар?

Бөгөндән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы ҡағиҙәләр көсөнә инә. Административ регламент – хеҙмәттең эске документы, ләкин ул бөтә водителдәргә лә ҡағыласаҡ, асылда, был – инспекторҙарға үҙҙәрен водителдәр менән нисек тоторға икәнлеге тураһындағы инструкция. Автомобилселәр өсөн нимә үҙгәрә һәм юлдарҙа инспекторҙар менән осрашҡан ваҡытта нимәгә әҙер булырға кәрәк икәнлеге хаҡында беҙ Рәсәй МВД-һының Мәсетле районы буйынса бүлеге ЮХХДИ бүлексәһенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Вадим ШӘРИПОВтың һөйләүен үтендек. – Яңы индерелгән үҙгәрештәр-ҙең береһе – хәҙер ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү өсөн автомо-билдәрҙе теләһә ҡайһы урында туҡ-тата ала. Был – улар юл хәрәкәтен теләгәненсә: стационар поста, автомобилдә һәм хатта патруль машинаһыҙ күҙәтә ала, тигән һүҙ. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 20 октябрендәге 84-се һанында уҡығыҙ.