Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
28 Сентябрь 2017, 02:00

Ҡарауһыҙ йөрөгән мал хужаларына штраф янай

Ағымдағы йылдың һигеҙ айы эсендә райондың ауыл биләмәләре башлыҡтарынан Оло Ыҡтамаҡ, Дыуан-Мәсетле, Ростов ауыл биләмәләрендә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 12 материал килгән. Административ комиссия мал хужаларына ҡарата бөтәһе туғыҙ мең һумлыҡ штраф һалған. Район урамдарында һәм юлдарында ҡарауһыҙ йөрөгән малдар һаны артты. Шуға бәйле, райондың ауыл биләмәләре Советтары ҡарары менән муниципаль берәмек территорияһында йорт хайуандарын һәм ҡоштарын ҡарау тәртибе ҡабул ителде. Ошо тәртипкә ярашлы, ауыл хужалығы малдарын кәртәләнгән йәки кәртәләнмәгән көтөүлектәрҙә бәйләнгән килеш йәиһә унһыҙ, ләкин хужаһы йәки уның вәкиле ҡарауында йөрөтөргә ярай. Урындағы үҙидаралыҡ органдары ҡарары буйынса аттарҙы һәм һыйыр малдарын таныу өсөн уңайлы ысул (тамғалау, биркалау, чип ҡуйыу, татуировка, көйҙөрөп тамға һалыу) файҙаланып, уларҙы тамғалау тормошҡа ашырыла. Тамға һалынмаған малды сығарыу тыйыла. Шулай уҡ малдар дөйөм файҙаланыштағы автомобиль юлдары янында, ауыл урамдарында, парк- тарҙа, скверҙарҙа, майҙандарҙа йөрөргә тейеш түгел. Ауыл хужалығы малдарын төнгөлөккә сығарыу тыйыла. Бынан тыш, хужалар малдарын көтөүҙән ҡаршы алырға һәм үҙҙәренең йорт-ҡураһына ҡыуып килтерергә бурыслы. Ләкин ғәмәлдә барыһы ла киреһенсә: бөтә ерҙә малдар йөрөй. Урамдар буйлап һыйырҙар, кәзәләр үтә, ял итеү урындары, шулай уҡ мемориалдар, парктар һәм аллеялар бысрана. Район халҡы әлеге Законды боҙған өсөн Башҡортостан ҡануниәтенә ярашлы административ яуаплылыҡ ҡаралғанлығын онотмаһын ине. Административ хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү маҡсатында, урамдарҙа, скверҙарҙа, торама пункттарҙа йөрөгән мал ҡараусыһыҙ тип табыла һәм махсус урындарға ябыла, РФ Граждандар кодексының 231-се статьяһында билдәләнгән ваҡыт эсендә ошонда тора. Малдарҙы көтөү һәм ҡыуыу буйынса Башҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттары менән билдәләнгән тәртипте боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте менән граждандарға 1000-дән 3000 һумға тиклем административ штраф ҡаралған; ойошмаларға – 5000-дән 8000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә – 15000-дән 20000 һумға тиклем. Административ хоҡуҡты ҡабаттан боҙған өсөн: граждандарға 3000-дән 5000 һумға тиклем; ойошмаларға – 10000-дән 15000 һумға тиклем; юридик шәхестәргә – 30000-дән 40000 һумға тиклем. Мал ҡатнашлығында юл-тран-спорт ваҡиғаһы булған осраҡта автомобиль хужаһы күргән зыянды мал хужаһы ҡапларға тейеш. Әгәр ҙә юл-транспорт ваҡиғаһында кеше зыян күрә икән, аварияла ҡатнашыусы мал хужаһына ҡарата енәйәт яуаплылығы ҡаралған.Мәғлүмәт-консультация үҙәге материалдары буйынса.