Мәсетле тормошо
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
12 Сентябрь 2017, 02:00
Тәүге тапҡыр мәктәпкә
Балағыҙ беренсе класҡа уҡырға барҙы. Мәктәп тормошоноң тәүге йылы – балалар өсөн генә түгел, ә уларҙың ата-әсәләре өсөн дә бик ҡатмарлы һәм мөһим осор, сөнки нәҡ ошо мәлдә уҡыу-ҙағы уңыштарға нигеҙ һалына. Балаға ярҙам талап ителә, ә ата-әсәгә – сабырлыҡ һәм бәләкәсен аңлау. Бер-береңде тулыһынса аңлағанда ғына уңыштарға ирешергә мөмкин. Бөгөнгө кәңәштәр һеҙгә ярҙам итер, тип уйлайбыҙ. • Балала мәктәп уҡыусыһы булыуға ынтылышын хуплағыҙ. Баланы яҡшылап тыңлағыҙ. • Балағыҙ менән мәктәптәге ҡағиҙәләр һәм нормалар тураһында һөйләшегеҙ. Уларҙың кәрәкле һәм маҡсатҡа ярашлы булыуын аңлатығыҙ. • Мәктәпкә йөрөй башлау менән баланың тормошонда һеҙҙән абруйлыраҡ кеше барлыҡҡа киләсәк. Ул – уҡытыусы. Беренсе класс балаһының уҡытыусыһына ҡарата фекерен ихтирам итегеҙ. • Беренсе класс уҡыусыһы менән көн тәртибен төҙөгөҙ, уның үтәлеүен күҙәтегеҙ. • Һеҙҙең балағыҙ мәктәпкә уҡырға килә. Кеше уҡығанда, нимәлер шунда уҡ килеп сыҡмаҫҡа мөмкин – был ҡәҙимге хәл. Баланың хаталанырға хоҡуғы бар. • Баланың уңыштарға ирешеү теләген хуплағыҙ. Уның һәр эшенең маҡтарлыҡ урынын табығыҙ. • Һис шикһеҙ, баланы ҡабул итегеҙ – уны матур, аҡыллы, һәләтле, отличник, ярҙамсы булғаны өсөн түгел, ә нисек бар шулай яратығыҙ. • Балағыҙҙың мөмкинлектәрен һәм һәләттәрен объектив баһалағыҙ: уны башҡа балалар менән сағыштырмағыҙ, башҡа балалар янында тиргәмәгеҙ. Бөтә проблемаларҙы икәүҙән-икәү генә хәл итергә мөмкин. • Баланы көнөнә кәмендә дүрт тапҡыр ҡосаҡлағыҙ, быны күберәк эшләһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы. Һеҙ баланы ҡосаҡлағанда, ул һеҙҙән һәр саҡ яҡлау табырына, ышаныслы таяныс булырығыҙға ышана. • Әгәр ҙә һеҙҙе балағыҙҙың үҙ-үҙен тотошо борсой икән, уҡытыусыға йәки мәктәп психологына кәңәш һорап мөрәжәғәт итеүҙән тартынмағыҙ. Ирина ҒИМАЗИЕВА, Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһының педагог-психологы.
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?