Бөтә яңылыҡтар
Күҙ уңында тотоғоҙ
12 Сентябрь 2017, 02:00

Балиғ булмағандарҙың енәйәти һәм административ яуаплылығы

Балиғ булмағандарҙың административ яуаплылығы 16 йәштән башлана. Ләкин был 16 йәшкә тиклем хоҡуҡ боҙған балиғ булмағандар язаһыҙ ҡала тигәнде аңлатмай. Ундай осраҡтарҙа балиғ булмағандар-ҙың ата-әсәһен йәиһә законлы вәкилдәрен яуаплылыҡҡа йәлеп итәләр. Мәҫәлән, РФ КоАП-ының 5.35-се статьяһы буйынса (“ата-әсәләр йәки башҡа законлы вәкилдәр тарафынан балиғ булмағандарҙы ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса бурыстарын үтәмәү”), балиғ булмағандарҙың йәмәғәт урындарында иҫерек хәлдә күренгәне, шулай уҡ спиртлы эсемлектәр, наркотик саралары йәки психотроп матдәләр ҡулланғандары өсөн уларға әле 16 йәш тулмаған осраҡта, ата-әсәләргә йәки башҡа законлы вәкилдәргә РФ КоАП-ының 20.22-се статьяһы буйынса протокол төҙөлә. Уға ярашлы, ата-әсәләргә өс йөҙҙән биш йөҙ һумға тиклем административ штраф һалына. РФ КоАП-ы буйынса шулай уҡ балиғ булмағандар- ҙы спиртлы эсемлектәр йәиһә тилерткес матдәләр ҡулланыуға йәлеп иткән өсөн 6.10-сы статья буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Үрҙә аталған бөтә административ протоколдар ҙа полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан төҙөлә, район Хакимиәте ҡарамағындағы балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия тарафынан тикшерелә. Әммә үлтереү, аңлы рәүештә һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, аңлы рәүештә һаулыҡҡа уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереү, кешене урлау, көсләү, енси характерҙағы көс ҡулланыу, талау, юл баҫыу, ҡурҡытып талап алыу, урлау маҡсаты ҡуймайынса автомобиль йәки башҡа транспорт сараһын хаҡһыҙ ҡулға төшөрөү, ауырлаштырыусы шарттарҙа аңлы рәүештә мөлкәтте юҡ итеү йәки зыянлау, террорсылыҡ, аманатлыҡҡа алыу, террорсылыҡ акты тураһында күрәләтә ялған хәбәр һалыу, ауырлаштырыусы шарттарҙа хулиганлыҡ, вандализм, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары, шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатҡыс ҡоролмаларҙы урлау йә ҡурҡытып алыу, наркотик саралар йәки психотроп матдәләрҙе урлау йә ҡурҡытып алыу, тран-спорт сараларын йәки юлдар-ҙы яраҡһыҙландырыу кеүек айырым енәйәттәр өсөн енәйәт яуаплылығы ун дүрт йәшкә еткәс башлана. Үрҙә әйтелгәнсә, балиғ булмағандар тарафынан енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙың төп сәбәптәренең береһе – уларҙың спиртлы эсемлектәр ҡулланыуы. Ә быға балиғ булмағандарға алкоголь һатыуға юл ҡуйған сауҙа нөктәләре һатыусылары булышлыҡ итә. БР-ҙың 2004 йылдың 4 июнендәге “Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһында”ғы 84-з һанлы Законының 40-сы статьяһына ярашлы, балиғ булмағандарға алкоголле эсемлектәр, тәмәке изделиелары һатҡан өсөн утыҙ мең һумға тиклем административ штраф һалыныу ҡарала. А. МИНДИӘХМӘТОВА,балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспектор, полиция лейтенанты.