

Буласаҡ яугир 2002 йылдың 10 декабрендә Ҡорғат ауылында тыуған. Татыу ғаиләлә уның менән бергә ике һеңлеһе үҫә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң егет Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ филиалына уҡырға инә, унда электрик һөнәре ала. 2021 йылдың ноябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла, Алыҫ Көнсығышта, Приморье крайында, хеҙмәт итә. Һөнәре – танк механик-водителе. 2022 йылдың мартында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә һәм хеҙмәтен дауам итергә була. Шул уҡ йылдың майында ул махсус хәрби операция зонаһына йүнәлтелә.
Әлеге ваҡытта яугир танк ғәскәрҙәрендә кесе сержант дәрәжәһендә механик-водитель булып хеҙмәт итә. “Хали” позывнойын фамилияһына таянып һайлай. Алты йыл элек яугирҙың әсәһе вафат була, әммә уны атаһы, ҡалала уҡып йөрөгән һеңлеһе һәм үҙ ғаиләһе менән йәшәгән апаһы түҙемһеҙләнеп көтә. Туғандары һәм яҡындары уның өсөн борсола, еңеү менән ҡайтырына ышана.
Хеҙмәт осоронда “Хали” бер нисә наградаға, шул иҫәптән “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдарына, шулай уҡ рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Был наградалар уның ҡаһарманлығы һәм Ватанға тоғролоғо тураһында һөйләй.
Һалдат ауыр ваҡытта бер-береңә ярҙам итеү мөһим булыуын билдәләй.
– Һәр тыныс көндөң ҡәҙерен белергә һәм егеттәрҙең нимә өсөн һуғышҡанын онотмаҫҡа кәрәк. Бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ, яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ, илебеҙ тарихын һаҡлағыҙ һәм шуны онотмағыҙ: беҙҙең бурыс – көслө булыу, ә беҙҙең көсөбөҙ – һеҙҙең ярҙамығыҙҙа.
Киләсәктә “Хали” ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләү теләге менән йәшәй.
Луиза ЗАКИРОВА.