Мәсетле тормошо
+24 °С
Облачно
Көнүҙәк
13 Мая , 06:00

Яугир ауылдаш менән осрашыу

Һөләймән ауылында “Змей” позывнойлы махсус хәрби операция яугиры менән йылы һәм ихлас осрашыу уҙҙы. Был көн ялға ҡайтҡан яугирға теләктәшлек белдерергә йыйылған ауылдаштар өсөн бик үҙенсәлекле булды.

Яугир ауылдаш менән осрашыуЯугир ауылдаш менән осрашыу
Яугир ауылдаш менән осрашыу

Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре хәрбигә ҙур булмаған, ләкин ихлас концерт бүләк итте. Яуап итеп ул яу яланындағы көндәр, һалдаттарҙың юлындағы ҡаршылыҡтар һәм, әлбиттә, һәр яугир ҡәҙерләп уҡыған хаттар тураһында һөйләне. Ауылдаштары алғы һыҙыҡтағы тормош, көнкүреш хаҡында, хәрби бурыстарҙың нисек үтәлеүе тураһында ҡыҙыҡһынды.
Яугир ауылдаштарына хеҙмәткә тиклем тормошо тураһында ла һөйләне. “Змей” Кушнаренко районында тыуған, әммә бала саҡтан Һөләймәндә йәшәгән. Атаһы колхозда – комбайнсы, әсәһе ашнаҡсы булып эшләгән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Үрге Ҡыйғы ауылында водитель- электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Инженер ғәскәрҙәрендә бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән Чечен Республикаһында юл һала. Демобилизациянан һуң ауылына ҡайта.
2022 йылда “Змей” мобилизациялана. Дүрт ай Свердловск өлкәһе Елань ҡалаһында әҙерлек үткәндән һуң, ЛНР-ға юллана, унда йәйәүле ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Яңыраҡ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм хәҙер икенсе хәрби часта хеҙмәт итә. Уның бөгөнгө бурысы – блиндаж һәм окоптар яһау, һалдаттарға ышаныслы ышыҡ урындар булдырыу. Луганск ҡалаһы халҡы уны алтын ҡулдары һәм тәрән белеме өсөн “профессор” тип йөрөтә.
– Урындағы халыҡтың беҙҙең ғәскәрҙәргә ҡарата мөнәсәбәте, әлбиттә, үҙгәрҙе, – ти “Змей”. – Хеҙмәтте башлағанда һаҡ булыуҙарын күрһәк, хәҙер кешеләр күпкә ихласыраҡ булып китте.
Уның бүлексәһендә ЛНР яугирҙары ла хеҙмәт итә, яҡташтарын әлегә осратмаған.
Өйҙә “Змей”ҙы ҡатыны һәм ике улы көтә. Өлкәне өйләнгән, ул үҫтерә. Кесе улы Өфөләге колледжда уҡый. Ҡатыны менән улдары яугир өсөн терәк булып тора. Ул ғаиләһе һәм өйҙә көтөүҙәрен белеү ни тиклем мөһим булыуы хаҡында ғорурлыҡ менән һөйләй.
Яугир менән осрашыу табын артында тамамланды, ауылдаштар рәхәтләнеп аралашты, изге теләктәрен еткерҙе.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: