

Ойоштороусылар – “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы. Был көндө бөтә республика мәктәптәре уҡыусылары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә хаттар яҙып, уларға теләктәшлек белдереү мөмкинлегенә эйә булды.
Акцияла республикабыҙҙың ҙур ҡалалары һәм алыҫ ауылдарының Герой парталары ҡуйылған мәктәптәренән уҡыусылар ҡатнашты.
Республика акцияһы Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһында башланды. Уҡыусыларға “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, “Тарихи хәтер” партия проекты координаторы Александр Мельников мөрәжәғәт итте.
– Башҡортостан Республикаһы бындай башланғысты беренсе булып тормошҡа ашыра. Бөтә республикала һеҙҙең кеүек балалар бөгөн алғы һыҙыҡта торған геройҙарға хаттар яҙа. Сығарылыш уҡыусылары хөрмәтенә асылған Герой партаһы артында яҙыу хоҡуғы бирелгән уҡыусыларға ҙур хөрмәт күрһәтелде. Йылылыҡ һәм илһөйәрлек хистәре менән тулы был хаттар фронтта беҙҙең яугирҙарҙың рухын нығыта, – тине ул.
“Геройға хат” акцияһы партияның ике мөһим “Яңы мәктәп” һәм “Тарихи хәтер” проекттарын берләштерҙе.
“Яңы мәктәп” партия проекты координаторы, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин билдәләүенсә, проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып Башҡортостан Республикаһында 2545 Герой партаһы асылған. Был парталар тыныс күк йөҙө өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән һалдаттарға һәм офицерҙарға рәхмәт һәм ихтирам символы булып тора. Шуға күрә азатлығыбыҙҙы һәм бойондороҡһоҙлоғобоҙҙо яҡлаусыларҙың батырлыҡтарын хәтерҙә һаҡлау мөһим. Бөгөнгө “Геройға хат” акцияһы ауыр ваҡытта үтә һәм берҙәмлек, илһөйәрлек кеүек төшөнсәләрҙең мөһимлеген билдәләй.
“Геройға хат” акцияһы “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Еңеү диктанты” халыҡ-ара проекты алдынан уҙҙы.
Был акцияға Мәсетле районы уҡыусылары ла ҡушылды. Хаттарында улар үҙҙәре, хыялдары һәм пландары, яҡлаусыларыбыҙҙың Ватанды һаҡлауы менән ғорурланыуҙары тураһында һөйләне, тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләне. Һәр юлда МХО яугирҙарының батырлығы, сыҙамлылығы тураһында фекерҙәр, баш өҫтөндәге тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт һүҙҙәре ярылып ята.
Луиза ЗАКИРОВА.