Көнүҙәк
23 Апреля , 04:50

Батыр яугир атай йортона ҡайтты

“Гагарин” позывнойлы махсус хәрби операция яугиры тыуған ауылы Әжекәйгә ялға ҡайтты.

Батыр яугир атай йортона ҡайттыБатыр яугир атай йортона ҡайтты
Батыр яугир атай йортона ҡайтты

2024 йылдың декабрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иткәнгә тиклем уның тормошо тыуған ауылында ер эше менән бәйле була: крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй, 20 йыл үҙенең фермерлыҡ эшен алып барған атаһына ярҙам итә.
Яугир әйтеүенсә, был аңлы һәм ҡыйыу аҙымға уны илһөйәрлек һәм Ватан алдындағы бурыс тойғоһо этәрә. Туғандары уның илде яҡлау ҡарарын аңлап ҡабул итә һәм хуплай.
Үҙенең позывнойын егет осраҡлы ғына алмай. Уның тыуған көнө 12 апрелгә тура килә, был көндө ил Космонавтика көнөн билдәләй, шулай уҡ 2011-2012 йылдарҙа ул нәҡ космос ғәскәрҙәре сафында хәрби хеҙмәт үтә.
Махсус хәрби операция зонаһында “Гагарин” мотоуҡсылар ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә, бүлексә командиры вазифаһын башҡара һәм штурмлау ротаһы составына инә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн яугир “Батырлыҡ өсөн” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалдары менән наградлана, шулай уҡ хәрби часть командованиеһынан рәхмәт хаты ала.
Әлеге ваҡытта хәрби яҡташыбыҙ иҫәп буйынса өсөнсө отпускыла, артабан, һаулыҡ торошона бәйле, хеҙмәтен туҡтатырға тейеш. Былтыр ул хәрби хәрәкәттәр барышында ауыр яралана.
“Гагарин” бөгөн дә үҙ иленең тоғро улы булып ҡала һәм киләсәктә уға файҙа килтереүен дауам итәсәк.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.

Автор: