Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Март , 15:30

МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам

Мәсетле районының халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә “Берҙәм Рәсәй менән минең карьерам” проектының “Беҙ бергә. Именлек һәм муллыҡ өсөн” сараһы сиктәрендә махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары өсөн консультациялар уҙҙы.

МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам
МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам

Консультация барышында халыҡ мәшғүллеге үҙәге инспекторы эш эҙләүселәргә уҡып сығырға тәҡдим итте һәм белем алырға йәиһә квалификацияһын күтәрергә мөмкин булған программалар, һөнәрҙәр исемлеге менән таныштырҙы. Белем биреү сертификаттарының береһе демобилизацияланған МХО яугиры Артур Бәшировҡа бирелде. Ул “Академия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә “Экскаватор машинисы” программаһы буйынса уҡыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Артур Бәширов Һамар өлкәһенең Дмитриевка ауылында тыуған, Кесе Ыҡтамаҡ ауылында үҫкән. Мәктәпте тамамлағандан һуң, механизатор һөнәрен ала. Хеҙмәт юлын Чечен һуғышы ваҡытында сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә, ләкин хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай.
Артур Сәлимйән улының өс балаһы бар: өлкән улы армиянан ҡайтҡан, уртансы улы Екатеринбургта уҡый, ә кесе ҡыҙы – бишенсе класта. Балаларын ул яңғыҙы тәрбиәләй. Ғаилә башлығы йорт хужалығы менән шөғөлләнә: һыйыр малы үҫтерә.
2025 йылдың февралендә “Әхмәт” махсус тәғәйенләнештәге отряды менән контракт төҙөп, МХО зонаһына юллана, граната ырғытыусы була. Дүрт ай хеҙмәт итә, һуңынан демобилизациялана.
– МХО-ға Ватанды һаҡлау һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан иптәштәргә ярҙам итеү өсөн юлландым. Хеҙмәткә барырға аңлы рәүештә хәл иттем. Балаларым янында булыу теләге менән контрактты артабан оҙайтманым, – ти ир. – Балаларҙы тәрбиәләүҙә һәм хужалыҡты алып барыуҙа ата-әсәйем ҙур ярҙам күрһәтә, шуның өсөн уларға бик рәхмәтлемен.
МХО-нан ҡайтҡан ир күпмелер ваҡыт “Ленинский” ауыл хужалығы етештереү кооперативында машинист булып эшләй, хәҙер халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә иҫәптә тора. Ошо сертификат ярҙамында яңы белем алырға ниәтләй, үҙ эшен асырға планлаштыра. Артур Бәширов дәүләттең кешеләргә үҙенең булмышын табырға, кәрәкле күнекмәләрҙе үҙләштерергә, эшкә урынлашырға һәм яңы һөнәр алырға ярҙам итеүсе төрлө льготалар биреүенән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе.

Белешмә
Халыҡ мәшғүллеге үҙәге аша белем биреү сертификаты – ул һөнәри белем йәиһә өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн финанс ярҙамына хоҡуҡ биреүсе исемле документ. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн сертификаттың максималь суммаһы уҡыу осорона 50000 һумға тиклем тәшкил итә, граждандарҙың башҡа категориялары өсөн – 20000 һумға тиклем.


Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: