“Батруха” 2024 йылдан алып хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Быға тиклем Йонос мәктәбенең 9-сы класын тамамлап, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында дүрт йыл белем ала, уҡыуҙа уңыштарға өлгәшә, шул иҫәптән сит тел буйынса яҡшы белем күрһәтә. Уның Ватанды һаҡлауға юлы хәрби ҡаҙаныштары менән генә түгел, белемгә һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға ынтылышы менән дә билдәләнгән.
Хеҙмәт итеү осоронда “Батруха” өйҙә бер генә тапҡыр отпускыла була, ике тапҡыр яраланып ҡайта. Был уның бирешмәҫ ихтыяры һәм аҙағынаса барырға әҙер булыуы хаҡында һөйләй.
Беҙ геройыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Уның ныҡлығы, ҡыйыулығы һәм Ватанға тоғролоғо һоҡланыу уята, беҙҙең барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.
“Батруха”ны ысын күңелдән лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ! Уға ҡаҡшамаҫ рух көсө һәм тиҙерәк тыуған яғына, туғандарына, яҡындарына әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Беҙҙең хәбәрсе.