Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Март , 09:35

Йырҙар авторы эшмәкәрлеге менән фронтҡа ярҙам итә

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарыбыҙға баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткән Сәғит Яҡупов “МХО-ға булышлыҡ иткән өсөн” миҙалына лайыҡ булды.

Йырҙар авторы эшмәкәрлеге менән фронтҡа ярҙам итә
Йырҙар авторы эшмәкәрлеге менән фронтҡа ярҙам итә

Оператив кәңәшмә барышында ирекмәнгә награданы хәрби часть командиры исеменән Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин тапшырҙы.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Сәғит Мәғәриф улы яҡташ хәрбиҙәргә ныҡлап ярҙам итә.
– Тәүге тапҡыр Мариуполдә 2022 йылда, ҡала азат ителгәндән һуң, гуманитар-идеологик миссия менән Татарстан вәкилдәре составында булдым, – тип иҫенә төшөрә ир. – Мин ҡаланың нисек емерелгәнен, кешеләрҙең подвалдарҙан сыҡҡанын күрҙем. Беҙ ойошторған бәләкәй генә концерт бер аҙға булһа ла уларҙың рухын күтәрҙе, ҡайғынан арынырға ярҙам итте.
Гуманитар сәфәр менән ул өс тапҡыр Татарстан Республикаһының Ҡазан ҡалаһында, Ростов өлкәһенең Миллерово ауылында мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ янында, ун тапҡырҙан ашыу МХО зонаһында була.
“Башҡортостан” полкына ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Сәғит Мәғәриф улының “Яҡут” позывнойлы улы тап шул полкка күсерелгән. Уның тырышлығы менән полк бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам алған, шул иҫәптән пилотһыҙ аппараттар менән көрәшеү өсөн бөтә республика буйынса йыйылған патронлы 10 һунар ҡоралы һәм хәрби техниканы тергеҙеү өсөн бик күп инструменттар, алмаш частар. Шулай уҡ пилотһыҙ осоу аппараттары эше өсөн үтә мөһим 180 километр оптик сүс ебәрелде.
Сәғит Яҡуповҡа ирекмәндәр эшмәкәрлегендә республиканың Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары союзы ҙур ярҙам күрһәтә.
Ул үҙенең автомобиле менән бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына барған, улы хеҙмәт иткән хәрби часть командиры урынбаҫары менән танышҡан һәм аралашҡан.
Мәсетлеләр Сәғит Яҡуповты хәрби, патриотик йырҙар авторы һәм башҡарыусыһы булараҡ белә. 1983–1985 йылдарҙа ул сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, шул йылдар уның ижадында сағылыш таба. 2013 йылда уның Оло Ыҡтамаҡ ауылы янында “Йылы” заставаһын булдырыуын да билдәләп үтергә кәрәк. Был урында йыл һайын райондан полкташтар осраша.
2022 йылда ул Өфөлә үткән “Геройҙар ваҡыты” беренсе Рәсәй патриотик йырҙар фестивалендә “Һүҙҙәр авторы” номинацияһында 1-се урын яуланы.
– Мин күптән инде патриотик йырҙар ижад итәм. Конкурсҡа “Идет священная война” йырын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға теләктәшлек йөҙөнән яҙҙым, сөнки Рәсәйҙе оҙаҡ йылдар эҙәрлекләргә тырышыуҙары, халыҡ-ара сараларҙа дәүләт символдарын һанға һуҡмауҙары мине бик ныҡ тетрәндерә, – тип уртаҡлаша ул.
2022 йылдан авторҙың йырҙарында МХО яугирҙары темаһы өҫтөнлөк итә – Ватанға һөйөү, һалдаттың көндәлек тормошо, илһамланыуы сағыла. Үҙенең ижадын ул бөгөн Украинала нацизм менән көрәшкән беҙҙең егеттәргә йүнәлтә. Ул Мәсетле районында хәйриә концерттары ойоштора, билет һатыуҙан йыйылған аҡса яугирҙар ихтыяжына ебәрелә. Сәғит Мәғәриф улының саҡырыуы буйынса хәйриә концерттарында төрлө төбәктәрҙән төрлө жанрҙағы артистар ҡатнаша.
Оло Ыҡтамаҡ ауылында сираттағы хәйриә концерты 18 мартта район Мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Унда Сәғит Яҡупов яңы “Ышаныслы тыл” йырын башҡарырға йыйына.
Яҡташыбыҙ үҙе лә башҡа райондарҙа һәм төбәктәрҙә уҙғарылған ошондай сараларҙа ҡатнаша.
– Махсус хәрби операция дүрт йыл бара, әммә тынысланырға иртә әле! Беҙ егеттәребеҙгә мотлаҡ ярҙам итергә, уларға ныҡлы тыл булырға, бирешмәҫкә тейешбеҙ! – ти ул.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

 

Автор: