Дыуан-Мәсетле ауылынан Алексей Байрамов фекерҙәштәр командаһы менән МХО яугирҙары өсөн бер урындан икенсеһенә еңел күсереп йөрөтөргә мөмкин булған тәгәрмәсле поход мунсаһы әҙерләгән.
Алексей Александрович – оло йөрәкле кеше. Ул, бигерәк тә изге эш хаҡында һүҙ барғанда, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Күптән түгел уға ауыл советынан “Федя” позывнойлы ауылдашының заявкаһы буйынса хәрбиҙәр өсөн күсмә мунса булдырыуҙа ярҙам күрһәтеү үтенесе менән мөрәжәғәт итәләр. Алексей, бындай тәжрибәһе булғанлыҡтан, шунда уҡ ризалаша. Был уның яҡташтарына тәүге ярҙамы ғына түгел: былтыр ир фронтҡа ҙур булмаған мейестәр әҙерләп ебәргән.
Оҫта һөйләүенсә, 1,8х2,6 метр ҙурлығындағы мунса эске яҡтан вагонка таҡта менән көпләнгән һәм йылытылған, каркас профилдән эшләнгән, ә тыштан профтүшәмә менән көпләнгән. Төп бурыс – уны күсереү уңайлы булырлыҡ итеп йыйыу. Алексей мейесте үҙе эшләгән.
– Тәгәрмәсле мунса төҙөү проекты, ысынлап та, халыҡ проектына әйләнде. Ауыл хал-ҡы материал һәм аҡса менән ярҙам итә, буш ваҡыты булғандар иһә төҙөлөштә ҡатнаша, – ти ир.
Дыуан-Мәсетле ауыл советында аҡса йыйыу иғлан ителә, 10 мартҡа кәрәкле 140000 һумдан 65000 һум йыйыла. Аҡса йыйыу менән ирекмән-пенсионер һәм “Атайсал” проектында ҡатнашыусы Фәниә Аллаярова шөғөлләнә.
Урындағы хужалыҡ тауарҙары магазины хужаһы Инсаф Шакиров ҙур ярҙам күрһәтә. Ул кәрәкле материалдарҙы бүлеп түләү мөмкинлеге менән бирә. Мунса өсөн тағылманы урындағы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Руслан Ахунов тапшырған. Шулай уҡ мунса төҙөүҙә Денис Ғәниев, Данил Аллаяров, Никита Байрамов, Флүр Миңлеәхмәтов, Айгиз Исмәғилев һәм Бәхтейәр Тураев ҡатнаша.
Алексей Байрамов Мәсетле районына 12 йыл элек Ҡалтасы районының Ҡалмаш ауылынан күсеп килгән. Ҡатыны – Туҡбай ауылы ҡыҙы. Бында ул үҙенең икенсе йортон ғына түгел, булмышын да таба. Быға тиклем Алексей Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләгән. Биш йыл элек үҙ эшен асып, тимерҙән әйберҙәр сүкей башлай. Уның эштәре шәхси йорттарҙы, шулай уҡ йәмәғәт урындарын биҙәй. Мәҫәлән, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы үҙәк майҙанда ҡапҡаны ул яһаған. Шулай уҡ мохтаждарға ярҙам итеп, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Алексей ҡатыны менән өс бала тәрбиәләй.
Луиза ЗАКИРОВА.
Һүрәттә;: Алексей Байрамов һәм Фәниә Аллаярова