Был уның тәүге наградаһы түгел, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн “МХО-ла ҡатнашыусы” һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән билдәләнгән.
2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем ул Өфөлә медицина спорт диспансерында фельдшер булып эшләгән. Медицина өлкәһенән тыш, үҙенең тәгәрмәс монтажлау эшен асып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән. Граждан хеҙмәтендә туплаған күнекмәләре һәм тәжрибәһе, һис шикһеҙ, уға яу яланында ла ярҙам итә.
МХО зонаһына барыу ихлас илһөйәрлек тойғоһо һәм Ватанды яҡлау теләге менән бәйле. Әлеге ваҡытта “Хам” позывнойлы яугир гаубица дивизионы составында мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Тыуған районында уны иң яҡын кешеләре – ҡатыны, улы һәм әсәһе түҙемһеҙләнеп көтә.