“Фронтҡа ярҙам өсөн” миҙалы – ул ябай награда ғына түгел, ә МХО яугирҙарына ярҙам күрһәткән барлыҡ мәктәп уҡыусыларының һәм уҡытыусыларының берҙәмлек, фиҙаҡәрлек символы.
Махсус хәрби операция башланғандан алып Яңы Яуыш мәктәбе окоп шәмдәре, гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо һәм балаларҙың йылылыҡ, өмөт менән тулы хаттарын оҙатты.
Был миҙалды мәктәпте тамамлаусы “Камал” позывнойлы яугирҙың тапшырыуы айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Ул һалдаттарға тылдан ярҙам һәм теләктәшлектең мөһимлеген билдәләй. “Камал” кеүек ҡыйыу хәрбиҙәр менән осрашыу илһамландыра һәм көс бирә.
– МХО-ла ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар – беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле ваҡиға. Ә яҡлаусыларыбыҙҙың еңеп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы иң төп награда буласаҡ, – ти мәктәп етәксеһе Рәфилә Абдрахманова.
Беҙҙең хәбәрсе.