Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Март , 16:20

Махсус хәрби операция ветераны шәхси ярҙамсы хужалығын ҙурайтыуға субсидия алды

Республикала тәү сираттағы бурыстарҙың береһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү.

Махсус хәрби операция ветераны шәхси ярҙамсы хужалығын ҙурайтыуға субсидия алды
Махсус хәрби операция ветераны шәхси ярҙамсы хужалығын ҙурайтыуға субсидия алды

Башҡортостан Башлығының Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе барышында Радий Хәбиров алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙамдан тыш, тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан һәм яңынан тыныс тормошҡа аяҡ баҫҡан ветерандарға ла иғтибар бүлде.
– Ике йыл эсендә ошо маҡсатҡа аҡса күләмен икеләтә, атап әйткәндә, 30 миллиард һумға тиклем арттыр-ҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан өс меңдән ашыу ҡатнашыусының 78 проценты тиерлек эшкә урынлаштырылған. Демобилизацияланған яугирҙарҙың 86 проценты диспансеризация үтте. Беҙ беренселәрҙән булып хәрбиҙәрҙе реабилитациялауҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын һауыҡтырыуҙы башланыҡ. Шифаханаларҙа йәмғеһе туғыҙ меңдән ашыу кеше дауаланды.
Башҡортостанда МХО-нан кире ҡайтҡан 2,4 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. Шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте белгестәре үҙ эшен асырға теләгәндәргә ярҙам күрһәтә. Бынан тыш, ветерандар, уларҙың ҡатындары һәм балалары дәүләт иҫәбенә яңы һөнәргә уҡый ала. Бындай мөмкинлек менән былтыр 437 кеше файҙаланған.
Бынан тыш, ветерандар социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Оло Аҡа ауылынан Морат Суфиянов ошондай мөмкинлектән файҙалан-ған.
Ул 2023 йылда 59 йәшендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 2024 йылда өйөнә ҡайта. Быға тиклем ир вахта ысулы менән эшләй, Яңы Липецк металлургия комбинатында ваҡлау ҡулайламаһы операторы була.
Морат Шәрип улы хәрби тәжрибәне, Германияла Совет ғәскәрҙәре төркөмө составында ике йыл водитель булып хеҙмәт иткәндә ала. МХО-ла водитель була, хеҙмәттәштәре уны “Аҡыллы” позывнойы аҫтында белгән. Махсус операция барышында ир байтаҡ һынауҙар аша үтә, Ватанды һаҡлау эшенә тос өлөш индерә.
Ҡатыны Эльмира Зыя ҡыҙы менән уларҙың өс балаһы бар: Эльза, Марат һәм Рәйсә. Бөгөн һигеҙ ейәнгә яратҡан олатай менән өләсәй улар. Үкенескә күрә, өс йыл элек улдары Эмиль вафат була. Балалар ата-әсәһенә ярҙам күрһәтә, ҡыҙҙары ғаиләләре менән йәнәш йәшәй.
Атаһына шәхси хужалығын киңәйтеүгә субсидия рәүешендә ярҙам алыу өсөн Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә барырға балалары тәҡдим итә. Ир кеше бизнес-план төҙөй. Комиссия уны ҡарай һәм ыңғай ҡарар сығара. Социаль контракт төҙөлә һәм Морат Шәрип улы 350 мең һум аҡса алып, уға ике һауын һәм ике быуаҙ һыйыр һатып ала. Уларҙы ҡарарға ҡатыны һәм балалары ярҙам итә. Һөттө тапшыралар.
Ғаилә башлығы билдәләүенсә, социаль килешеү тыныс тормошҡа, көндәлек ауыл эшенә тиҙерәк күнегеп китергә ярҙам итә.
2026 йылдан алып махсус хәрби операция ветерандары килемгә талаптар ҡуймайынса үҙ эшен асыу йәиһә үҫтереү өсөн социаль контракт менән файҙалана ала. Бындай ярҙам һорап “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Автор: