2024 йылда “Әхмәт” Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. 31-се “Башҡортостан” полкының айырым штурм бригадаһына хеҙмәт итергә ебәрелә, пехотаның хәрби машинаһы механигы итеп тәғәйенләнә. Ул хәрбиҙәрҙе заданиеларға алып бара. Шулай сираттағы хәрби бурысын үтәгән ваҡытта аяғы яралана. Яугир һауыҡһын өсөн табиптар бар тырышлығын һала. Һуңғараҡ тағы бер ҡатмарлы операция эшләнә. Хәҙер ир тыуған ауылы Һөләймәндә бер туған апаһының тәрбиәһендә көс туплай. Яраланыуға һәм оҙайлы реабилитацияға ҡарамаҫтан, ир рух ныҡлығын юғалтмай, бигерәк тә тыуған яғына ҡайтыуына шатлана.
“Әхмәт” Һөләймән ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе урындағы колхозда эшләй. Ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә, улар араһында “Әхмәт” иң кесе бала була. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө нефть техникумына технологик профилле белгеслеккә уҡырға инә. Әммә армияға саҡырылғас, уҡыуын ҡалдырып торорға тура килә.
Ленинград хәрби округында хеҙмәт итә, элемтәсе вазифаһын башҡара. Демобилизациянан һуң уҡыуын да-уам итә һәм техник-технолог һөнәрен алып сыға. Районда газ хеҙмәтендә диспетчер булып эшләй, һуңынан Нуриманов исемендәге колхозда газ менән тәьмин итеүсе була. Колхоз тарҡалғас, “Әхмәт” Сорғот ҡалаһына күсә.
10 йыл бер ойошмала эшләп, ир үҙ бизнесын асып ебәрә: файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм төҙөлөш өсөн махсус ҡорамалдар менән сауҙа итә, һуңыраҡ урман сәнәғәте эштәре менән шөғөлләнә. Күп һанлы таныштарының һәм дуҫтарының үрнәге үҙ теләге менән МХО-ға юлланыу тураһында ҡарар ҡабул итеүгә этәргес була.
Махсус хәрби операцияла хеҙмәт барышында “Әхмәт” үҙенең төп бурыстарын үтәүҙән тыш, окоп, шулай уҡ һаҡлау ҡоролмаларын ремонтлау һәм төҙөү буйынса эштәр башҡара, таҡта әҙерләү менән дә шөғөлләнә.
2024 йылда “Әхмәт” отпускыла булғанда уҡ гуманитар ылау составында иптәштәренә пилорамаһын, ағас ташыусы “Урал” йөк машинаһын, тейәгесен оҙата. Был техника уларҙың полкына ғына түгел, сиктәш урынлашҡан хәрби подразделениеларға ла файҙалы була. “Әхмәт” урманды үҙе манипулятор ярҙамында һәм урман ташыу машинаһы штурвалы артында ташый.
Ирҙең өс балаһы бар, икәүһе үҙ аллы йәшәй: өлкән улы – Нефтекамала, ҡыҙы – Өфөлә, 12 йәшлек кинйә улы мәктәптә уҡый.
Әле “Әхмәт”кә һаулығын тергеҙеү бурысы тора. Ул тиҙҙән аяғына баҫа алырына ышана.
– Беҙҙең хәрбиҙәргә ярҙамлаша алыуыма һәм минең техник ҡорамалдарымдың файҙаһы тейеүенә бик шатмын. “Башҡортостан” полкы яугирҙары ҡуйылған бурыстарын уңышлы үтәүен дауам итә, – ти “Әхмәт”. – Был һуғышта БПЛА ҙур роль уйнай, был дрондар һуғышы тип әйтергә була. Ил етәкселеге быны аңлай һәм пилотһыҙ осоу аппараттары системаһын үҫтереүгә күп көс һала. БПЛА ғәскәр-ҙәрен ойоштороу – шуға дәлил. Был ғәскәрҙәргә хеҙмәт итергә барыусылар Рәсәй армияһының элитаһы булып торасаҡ.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк: пилотһыҙ осоу аппараттары (БПЛА) ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү бер төркөм мөһим өҫтөнлөктәрҙе күҙ уңында тота:
Юғары хәүефһеҙлек: операторҙар хәрби бәрелеш һыҙатынан алыҫта тора, был иһә юғалтыу хәүефен кәметә.
Һығылмалы хеҙмәт графигы: килешеү бер йылдан да кәм булмаған ваҡытҡа төҙөлә, ул хеҙмәт шарттары менән тыныс танышырға, артабанғы карьера тураһында уйланылған ҡарар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
Һөнәрҙә ҡалыу: килешеүҙә хәрби хеҙмәткәрҙе уның яҙма ризалығынан тыш икенсе вазифаға йүнәлтергә ярамағанлығы аныҡ күрһәтелгән.
Тулы социаль пакет: пилотһыҙ осоу аппараттары өлкәһендә контракт төҙөүселәр ҡануниәттә ҡаралған барлыҡ льготалар, компенсациялар һәм социаль гарантиялар ала.
Студенттар өсөн шарттар: студенттарға академик отпуск алыу мөмкинлеге бар, ҡайтҡандан һуң уҡыу-ҙарын бушлай дауам итәләр.
Матди дәртләндереү: юғары күрһәткестәргә өлгәшкән белгестәргә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгән өсөн 50–500 мең һум премия ҡаралған.
Мәсетле районында хәрби хеҙмәткә кандидаттар менән эшләү буйынса белгестең телефоны: 8-917-463-18-87. Хәрби комиссариат: Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 16. Телефон: 8 (34798) 3-14-05, 3-14-04.
Луиза ЗАКИРОВА.