– Пилотһыҙ системалар подразделениеларының хәрби хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең элитаһы булып тора. Уларҙың төп бурысы – артиллерия разведкаһы һәм утты тоҫҡауҙы көйләү. Был подразделениелар туранан-тура хәрби бәрелеш зонаһынан алыҫта, хәүефһеҙ ерҙә, урынлашҡан.
Контракт буйынса хеҙмәт итеү өсөн уңайлы шарттар тәҡдим ителә: кандидаттар 18–35 йәштә булырға тейеш, хөкөмгә тарттырылмау, урта махсус йәиһә юғары белем, мәғлүмәт технологиялары (IT) өлкәһе белгестәре айырыуса юғары баһалана. Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренә, водителдәргә һәм башҡа квалификациялы кадрҙарға ихтыяж ҙур.
Килешеү төҙөү ваҡыты төрлө варианттарҙан тора: рядовойҙар һәм сержанттар бер, өс йәиһә биш йылға контракт төҙөргә мөмкин. Прапорщиктар – кәмендә өс, офицерҙар биш йылға контракт төҙөй.
Пилотһыҙ системалар бүлексәләрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре: шәхси именлектең юғары кимәле, контракт оҙайлығын һайлау мөмкинлегенең һығылмалылығы, контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрбиҙәр өсөн закон менән ҡаралған бөтә социаль гарантияларҙың һаҡланыуы.
Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: эшмәкәрлек төрөн хәрбиҙәрҙең ризалығы менән генә алмаштырып була. Мәҫәлән, пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүгә бәйле булмаған вазифаға хеҙмәткәрҙе уның шәхси ризалығынан тыш күсермәйҙәр.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлө льготалар ҡаралған: 1400000 һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация, айына 220000 һумдан алып даими түләү, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан өсөн түләү – 50 меңдән ярты миллион һумға тиклем. Айырым хоҡуҡтарға эйә булған хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә, шул иҫәптән ветерандар балаларына ҡаралған ярҙам ғәмәлдә: мәктәптә бушлай туҡланыу, транспортта бушлай йөрөү, балалар баҡсаларында һәм уҡыу йорттарында урындар биреү, һалым льготалары һәм башҡа бонустар.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт карьера үҫеше һәм уникаль профессиональ компетенция алыу өсөн киң мөмкинлектәр аса: төрлө типтағы пилотһыҙ аппарат- тарҙы программалау һәм көйләү күнекмәләре, 3D модель һәм 3D баҫма технологиялары менән эшләү, пилотһыҙ ҡоролмаларҙың төрлө типтары менән идара итеү (һауа, ер өҫтө, диңгеҙ), селтәрле технологияларҙы һәм радиоэлемтәне үҙләштереү, топография карталарын аңлау, дрон системалары менән идара итеү, электроника һәм программалау буйынса махсуслаштырылған күнекмәләрҙе үҫтереү.
Шулай итеп, пилотһыҙ системалар бүлексәләрендә контракт буйынса хеҙмәт итеү алдынғы технологияларҙы үҙләштерергә, үҙен тотороҡло киләсәк менән тәьмин итергә һәм Ватаныбыҙҙы һаҡлауға өлөш индерергә теләүселәр өсөн ылыҡтырғыс вариант булып тора.