Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Февраль , 10:30

Батыр егет – ил күрке

“Скиф” – ике локаль һуғышта ҡатнашыусы: тәүге фронт тәжрибәһен һәм беренсе награданы икенсе Чечен һуғышында ала. Егерме биш йылға яҡын ваҡыт үткәс, ир йәнә Ватаныбыҙ һағына баҫа, әммә был бөтөнләй икенсе һуғыш булып сыға.

Батыр егет – ил күрке
Батыр егет – ил күрке

“Скиф” позывнойлы яҡташыбыҙ махсус операцияға үҙ теләге менән юллана.
Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән. Урындағы мәктәпте тамамлай, һөнәрселек училищеһында механик-водитель һөнәрен ала, армияла хеҙмәт итә.
Ил ҡатмарлы осор кисергәндә, 1999 йылда, контракт төҙөргә ҡарар итә һәм Чечняға юллана. Ул саҡта пулеметсы була, Грозныйҙа ауыр һуғыштарҙа ҡатнаша һәм ҡайһы бер ҡатмарлы махсус бурыстарҙы башҡара. Хәрби бурысын үтәгәндә, бер аҙна засадала ултырғандан һуң, ҡыйыу һалдат, үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, биш иптәшен ҡотҡара. Уларҙың береһе яралана, икенсеһе – контузия ала, ә өсөнсөһө иһә аңын юғалта. Улар дүрт көн дауамында шыуышып, бишенсе көнөнә иһә үҙҙәренекеләр янына барып етә. Шул уҡ ваҡытта дошман самолеттары бер нисә тапҡыр уларҙың позицияһына һөжүм итә. Күрһәтелгән батырлығы өсөн ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Шулай уҡ “Хәрби хеҙмәттә 5 йыл” билдәһенә һәм уның дәүләт хәүефһеҙлеген яҡлауға индергән өлөшөн раҫлаусы башҡа миҙалдарға лайыҡ була.
Тыныс тормошта ир тыуған ауылында ғаилә ҡора, армияға тиклем алған һөнәре буйынса тракторсы булып эшләй. Уның ике улы бар. Бер улы өлкән, 15 йәшлек икенсе улы мәктәптә уҡый һәм Түбәнге Новгородта апаһы менән йәшәй, атаһы юлынан барып, хәрби булырға хыяллана.
2023 йылда “Скиф” икенсе контракт төҙөй һәм МХО-ға юллана. Ике йыл Купянск йүнәлешендә хеҙмәт итә. Башта ул атыусы була, һуңынан – КамАЗ водителе. Хәрби припас- тар, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ташыу буйынса бүлексә командиры вазифаһын башҡара.
Бөгөн хәрби базаларҙың береһендә хеҙмәт итә һәм тупланған хәрби тәжрибәһен йәш яугирҙарға тапшыра.
Ялдан һуң бүлеккә әйләнеп килгәс, уларҙың подразделениеһы йәнә МХО зонаһына юллана.
– Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Быны мин яңы килгән егеттәргә һәр ваҡыт әйтә киләм. Эйе, әлеге һуғыш Чечнялағы ваҡиғаларҙан ныҡ ҡына айырыла, әммә ул саҡта тупланған тәжрибә хәҙер бик мөһим. Бында махсус хәрби операция бара, ә дошман – ул ҡасандыр Кавказдағы кеүек бандформирование түгел, ә регуляр армия. Шулай уҡ хәҙер “ҡоштар” ныҡ ҡулланыла, – ти хәрби яҡташыбыҙ.
Айырыуса шуны әйтергә кәрәк: был һуғыш барышында тәүге тапҡыр пилотһыҙ авиацияның мөһимлеге асыҡлана. Бында разведка-маҡсатты юҡ итеү аппараттарынан алып коп- терҙарға тиклем төрлө типтағы пилотһыҙ осоу аппараттары тураһында һүҙ бара. Моғайын, киләсәктә был һуғышты “пилотһыҙ аппараттар һуғышы” тип ҡабул итерҙәр.
– Бер мәл минең КамАЗ-ға дрон эләкте, кузовта һәм кабинала һалдаттар бар ине. Бәхеткә күрә, барыһы ла иҫән ҡалды, әммә машина ныҡ зыян күрҙе. Хеҙмәт итеү ваҡытында мин дүрт машинаны алмаштырҙым. БПЛА бөтә ерҙә, унан йәшенеп булмай. Әммә яугирҙар күтәренке кәйефтә булырға тырыша. Башҡаса ярамай. Бер кемдең дә паника һәм ҡурҡыу таратаһы килмәй. Һәм, әлбиттә, барыһын да контролдә тоторға тура килә. Беҙ емерелгән йорттарҙы, туҡтауһыҙ уттан арыған хәлһеҙ кешеләрҙе күрҙек. Улар подвалда йәшенеп йәшәй, ризыҡ табыр өсөн генә тышҡа сыға. Беҙҙең ғәскәрҙәр уңышлы алға бара, тиҙҙән барыһы ла тамамланырына ышанам. Минең өсөн иң мөһиме – еңеү менән иҫән-һау ҡайтыу, – ти яугир.
Ошо көндәрҙә хәрбиҙе район хакимиәтенә саҡырҙылар һәм район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин “Скиф”тың МХО-ла күрһәткән тәүәккәллеге, ҡыйыулығы, еңеүгә ышанысы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Шулай уҡ хәрби хеҙмәткәр менән ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөлфиә Ғилманшина осрашты. Осрашыуҙа ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, рух ныҡлығы теләктәре әйтелде, яугирҙың ғаиләһенә ярҙам итеү буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

Билдәләп үтергә кәрәк
Һуңғы ике йылда Башҡортостан махсус хәрби операция зонаһына 10 меңдән ашыу пилотһыҙ осоу аппаратын ебәрҙе. Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 1 апрелдән хәрбиҙәр өсөн дрон тапшырыу күләмен бер юлы 50 процентҡа арттырыу планлаштырыла.

Рәмил МАЙҘАНОВ.

Автор: