Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
21 Ноябрь 2025, 15:45

Ватанға хеҙмәт – ирҙәр бурысы

Ошо көндәрҙә “Любимый” позывнойлы яугир менән осрашыу уҙҙы. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин уға Рәхмәт хаты менән ҡумыҙ тапшырҙы. Шулай уҡ уға “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” хәрәкәтенән толстовка бирҙеләр.

Ватанға хеҙмәт –  ирҙәр бурысы
Ватанға хеҙмәт – ирҙәр бурысы

Яугир Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Лицейҙы, Дыуан күп профилле колледжы филиалын, ә 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Бер нисә йыл элек ҡатыны менән бьюти-хеҙмәтләндереү өлкәһендә үҙ бизнесын ойоштора. Предприятиенан тотороҡло килем алһа ла, МХО-ға барыуҙы үҙенең бурысы тип һанай. Хәҙер ғаилә бизнесын тулыһынса уның ҡатыны алып бара.
2024 йылда ир контрактҡа ҡул ҡуя һәм махсус хәрби операция зонаһына юллана. Диңгеҙ пехотаһында хеҙмәт итеү өсөн ул үҙенә “Любимый” позывнойын һайлай, яу яланында водитель булып хеҙмәт итә. 2008 йылда Мәскәүҙә армия хеҙмәтендә алған тәжрибәһе бик тә ярҙам итә.
– Контракт төҙөү тураһында ҡарарым яҡындарым өсөн көтөлмәгән хәл булды, әммә ваҡыт үтеү менән күнделәр һәм бөгөн уларҙың ярҙамын ныҡ тоям, – ти яугир. – Дуҫтарым – алғы һыҙыҡта, мин дә уларға ҡушылырға булдым. Ватанға хеҙмәт итеүҙе ирҙәр бурысы, тип иҫәпләйем.
Әле яугир тыуған яғына ялға ҡайтҡан. Был көндәрҙе ул ҡатыны һәм өс балаһы менән үткәрергә, туғандарына ба-рырға һәм хәрби бурысын үтәргә яңынан юлланыр алдынан көс тупларға ниәтләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйғандарға хеҙмәтенең тәүге йылында 3920000 һумдан ашыу аҡса ҡаралған, ә айлыҡ хеҙмәт хаҡы – 210 мең һум. Тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында бирелгән.
Контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 16. Телефондар: 8 (34798) 3-14-05, 3-14-04.
Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, белем, никах йәки уны өҙөү тураһында документтар, балалар өсөн документтар, ИНН, банк картаһы реквизиттары (мотлаҡ “МИР” түләү системаһы) булырға тейеш.
Шулай уҡ Мәсетле районында хәрби хеҙмәткә кандидаттар менән эшләү буйынса белгескә 8-917-463-18-87 номеры буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Автор: