Йәмил Фәттәхов 1994 йылда Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуған. Уның бала сағы күп ауыл малайҙарыныҡы кеүек хеҙмәттә уҙа. Үҫкәндә хәҙер ғаиләһе менән Мәсәғүттә йәшәгән ағаһы Сәғит һәр ваҡыт эргәһендә була.
Егет мәктәп йылдарында спорт менән мауыға, тырышып уҡый. Яҡшы баһалар һәм спорт ҡаҙаныштары уның маҡсатҡа ынтылышы тураһында һөйләй. 11-се класты тамамлағандан һуң уны армияға саҡыралар, Алыҫ Көнсығышта танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Унда тоҫҡаусы-оператор эшен үҙләштерә, ә һуңынан хәрби машина командиры була. Хеҙмәт уны яңы саҡырыуҙарға ышаныслы итеп әҙерләй.
Егет тормошонда ауыр юғалтыу ҙа кисерә: атаһы мәрхүм була. Шул ваҡыттан алып Йәмил Данил улы һаулығы буйынса инвалид әсәһенең төп таянысы һәм ярҙамсыһына әйләнә, был уға көс, яуаплылыҡ өҫтәй.
Армиянан һуң егет Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы һөнәрселек училищеһын тамамлап, иретеп йәбештереүсе-ташсы һөнәрен ала. Һаҡ хеҙмәтендә, һуңынан Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Ауыр эш һәм хеҙмәт, тыуған ерҙән оҙаҡ ваҡытҡа айырылыу – өйҙә әсәһенең көтөүен белгән егет быларҙың барыһын да ныҡлы кисерә.
2022 йылда Йәмил Фәттәховтың тормошонда мөһим ваҡиға була. Сентябрҙә ул өс ауылдашы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизациялана. Ҡазанда әҙерлек үтеп, бер ай Миллерово сигендә булғандан һуң, ноябрь аҙағында уларҙы Луганск өлкәһенә ебәрәләр. Хеҙмәте мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә үтә, снайпер була.
– Кременнойға индек. Урманда торҙоҡ, оборона тоттоҡ, хәрби бурысты үтәнек, – тип хәтерләй яугир.
2023 йылдың июлендә уларҙың подразделениеһына снарядтар төшә. Егет ҡорһаҡ ҡыуышлығына ярсыҡтарҙан ауыр яра ала, иҫән ҡала. Өс ай госпиталдә дауалана, ә һуңынан Силәбе, Һамар һәм башҡа медицина учреждениеларында реабилитация үтә. Һуңынан егет уға яраланғанда беренсе ярҙам күрһәткән яҡташтарының һәләк булыуын ишетә. Араларында бергә үҫкән өс туған ҡәрҙәше лә була.
Быйыл йәй яугир һаулыҡ торошо буйынса хеҙмәттән бушатыла. Хәҙер ул сираттағы ҡатмарлы операцияға әҙерләнә, инвалидлығын таныуға өлгәшергә йыйына. Яраланыу уның тормошона йоғонто яһай: ул элекке кеүек тулы ҡеүәтенә эшләй һәм йәшәй алмай, әммә йәш кеше төшөнкөлөккә бирелмәй. Ошондай ауыр ваҡытта уны әсәһе менән һөйгән ҡыҙы рухландыра, һөйгәне бөтә башланғыстарын хуплай, уның ынтылыштарын аңлай.
Тағы ла уны яратҡан эше дәртләндерә һәм йәнләндерә: Йәмил Данил улы аттар ярата. Бала сағында уҡ, ғаилә ихатаһында был затлы малдар тотолғанда, уның үҙенең тоғро аты була. Хәҙер ауылдан алыҫ булмаған бәләкәй генә участкала ул ун йылҡы малы аҫрай. Ауыр эшендә әсәһе, ҡустыһы, күршеләре һәм дуҫтары ярҙам итә. Быйыл йорт хайуандары өсөн ҡышҡылыҡҡа үҙе бесән әҙерләгән. Уның төп маҡсаты – тоҡомло аттар үрсетеү.
Бынан тыш, хужалыҡсыл егеттең үҙ участкаһында төҙөлөш эштәре бара, йортҡа төкәтмә һала, яңы ҡоймалар ҡуя, башҡа күп һанлы эштәр менән мәшғүл. Уға ҙур физик көс талап ителгән эштәрҙә ауылдаштары ярҙам итә. Бының өсөн Йәмил Фәттәхов уларға ихлас рәхмәтле.
Ул яҙмышына зарланмай, һынауҙарҙан һуң иҫән ҡалыуына шатлана. Күңелендә һауығыуға, табиптар һаулығын тергеҙеүҙә ярҙам итәсәгенә өмөт һәм ышаныс йәшәй.
Йәмил Данил улы – ысын патриот, Ватанды яҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе, яҡташтарының ғорурлығына әүерелде. Ул һуғыш яланында ғына түгел, ә ғәҙәти тормошта ла ихтирамға лайыҡ герой. Йәмилдең яҙмышы – кешенең яҡшылыҡҡа ышанысын юғалтмауының, алға барыу өсөн көс табыуының асыҡ миҫалы.
Луиза ЗАКИРОВА.