Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Ноябрь 2025, 14:45

Яугирҙарыбыҙға йылылыҡ һәм хәстәрлек менән

Мәсетле районында уҡыусылар, уҡытыусылар, ирекмәндәр һәм вайымһыҙ булмаған кешеләр алғы һыҙыҡта торған махсус хәрби операция яугирҙарына көн һайын төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.

Яугирҙарыбыҙға йылылыҡ һәм хәстәрлек менән
Яугирҙарыбыҙға йылылыҡ һәм хәстәрлек менән

Ҡыш миҙгеле башланыр алдынан Оло Ыҡтамаҡ лицейының 4-се класс уҡыусылары, Әләгәҙ мәктәбенең 7-се, 9 “А” һәм 9 “Б” класс уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары Гүзәл Ғилметдинова, Рәфисә Ғилметдинова һәм Динар Әҙиәтуллин менән бергә, Гөлсәсәк Ғарипова етәкселегендә Яңы Мишәр мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары һәм Түбәнге Туҡбай халҡы, ялан шарттарында булған яҡташтарға ярҙам итеү маҡсатында, окоп шәмдәре эшләүгә әүҙем ҡушылды.
Башҡорт гимназияһы мөһим акция үткәрҙе: уҡыусылар, ата-әсәләр, педагогтар мохтаждар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм ветерандарҙың ғаиләләре өсөн медикаменттар йыйыу өсөн берләште.
Мәсетле районының М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Ишәле һәм Теләш ауылдарының битараф булмаған кешеләренән баһалап бөткөһөҙ ярҙам алды. Улар алты маскировка селтәрен үреп тапшырҙы.
Әбдрәхим мәктәбе коллективы яугирҙарҙы өй ризығы менән ҡыуандырырға ҡарар итте: МХО зонаһына тоҙло кәбеҫтә тапшырҙы.
Был миҫалдар ҙур эштең бик бәләкәй өлөшө генә. Мәсетле районы халҡы яугирҙарға ярҙам итеү, уларҙы иҫтә тотоуҙарын һәм өйҙә көтөүҙәрен күрһәтеү өсөн берләшә.
Камелия НУРЫЕВА.

Һүрәттә: Түбәнге Туҡбай ауылы

Автор: