Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Ноябрь 2025, 12:20

“Татарин” ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Яуҙаштары уны “Татарин” тип йөрөтә. Тап ошо ҡушамат уның ҡыйыулығы, изгелеге һәм Ватанын яҡларға тәүәккәллеге символына әүерелгән.

“Татарин” ғүмерҙәрҙе ҡотҡара
“Татарин” ғүмерҙәрҙе ҡотҡара

Ул Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуып үҫкән, ябай уҡыусынан Ватанды ҡыйыу яҡлаусыға тиклем оҙон юл үткән.
2017 йылда Красноуфимск медицина колледжында мед-брат һөнәрен алғас, “Татарин” армияға хеҙмәт итергә китә. Бурятияла хәрби хеҙмәт ваҡытында яугир ҡиммәтле хәрби тәжрибә ала, тыуған ерҙе һаҡларға кәрәклегенә ышанысын нығыта. Хеҙмәттән һуң егет Мәсетле ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһында хеҙмәт юлын башлай – массаж эшләүсе булып урынлаша.
Йәш белгес ҙур ҡалала үҙ көсөн һынап ҡарарға була. 2020 йылдан 2023 йылға тиклем Екатеринбург ҡалаһының ашығыс ярҙам хеҙмәтендә төрлө хәлдәргә юлыҡҡан кешеләргә көн һайын ярҙам итә. Мөһим ҡарар ҡабул итергә ваҡыт еткәс, тағы ла батырлыҡ күрһәтә: 2024 йылдың ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға юллана. Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башлай.
Уның бурысы – яралы һалдаттарға беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү. Ашығыс ярҙам хеҙмәтендә алған тәжрибәһе уға тиҙ арала яу яланындағы хәлгә яраҡлашырға мөмкинлек бирә һәм ул команданың алыштырғыһыҙ ағзаһы булып китә. Уның оҫталығы һәм хәстәрлеге ғүмерҙәрҙе ҡотҡарырға ярҙам итә.
Һалдатты өйөндә яҡындары көтә. Әсәһе, ағаһы Радим һәм һеңлеһе Алина уның был ҡарарын хуплайҙар. Әле егеттең ғаиләһе тағы ла ҙурайған – ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яугир Екатеринбургта йәшәгән Ләлә исемле һөйгән ҡыҙына өйләнә. Шатлыҡлы ваҡиғаны яҡындары һәм дуҫтары менән билдәләй.
Өйҙән алыҫ булһа ла, Мәсетле егете үҙенең тамырҙарын, яратҡан эшен онотмай. Хеҙмәтен тамамлағас ул “Ашығыс ярҙам” бригадаһына эшкә ҡайтырға ниәтләй.
Яугирҙарҙың тарихтары беҙгә батырлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм яҡындарыбыҙға һөйөү кеүек ысын кешелек сифаттарының әһәмиәтен иҫкә төшөрә. “Татарин” – дөйөм маҡсат өсөн шәхси уңайлыҡтарҙан ваз кисергә әҙер булған яңы быуын вәкиле. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, ҡәҙерле яугир, һәм өйөгөҙгә имен-һау ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйғандарға хеҙмәтенең тәүге йылында 3920000 һумдан ашыу аҡса ҡаралған, айлыҡ хеҙмәт хаҡы – 210 мең һум. Тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында бирелгән.
Контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 16. Телефондар: 8 (34798) 3-14-05, 3-14-04.
Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, тыуыу тураһында таныҡлыҡ, белем, никах йәки уны өҙөү тураһында документтар, балалар өсөн документтар, ИНН, банк картаһы реквизиттары (мотлаҡ “МИР” түләү системаһы) булырға тейеш.
Шулай уҡ 8-917-463-18-87 номеры буйынса Мәсетле районында хәрби хеҙмәткә кандидаттар менән эшләү буйынса белгескә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Луиза ЗАКИРОВА.

Автор: