Зилиә Ҡазый ҡыҙы Ҡотош ауылында тыуған. Өфөлә “Ирҙәр өҫ кейеме тегеү” һөнәре буйынса урта һөнәри белем ала. 1999 йылда кейәүгә сыға һәм Оло Ыҡтамаҡҡа күсеп килә, унда “Әй” ансамблендә сығыш яһай. 2001 йылдан район Мәҙәниәт һарайында костюмер булып эшләй.
Тегергә мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә өйрәнә, ә сигеү һәм тегеүҙең ҡатмарлыраҡ серҙәрен үҙләштерергә әсәһе ярҙам итә.
– “Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ. Башҡортостан” хәрәкәте хаҡында хәрәкәт координаторы Лариса Худякованан белдем, – ти Зилиә Ҡазый ҡыҙы. – Хәрәкәт эшмәкәрлеге ҡыҙыҡ-һындырҙы һәм уға ҡушылырға булдым. Эштә лә, эштән буш ваҡытта өйҙә лә тегәм, ҡайһы берҙә көнөнә дүрт йылы кейем әҙерләйем.
Тәүҙә хәрәкәттә ҡатнашыусылар теккән әҙер изделиеларҙы Өфөгә оҙатҡандар, ләкин аҙаҡ район хакимиәте аша адреслы рәүештә Мәсетле районынан МХО-ла ҡатнашыусыларға ебәрә башлағандар. Мәсетле яугирҙарына 72 комплекттан торған беренсе партия тапшырылған да инде, хәҙер оҫталар толстовкаларҙың икенсе партияһын тегеүгә тотондо. Бынан тыш, яугирҙар өсөн 300 пар ойоҡбаш бәйләнгән.
Мәсетле районы эшҡыуары Ангелина Метелева район Мәҙәниәт һарайы аша ярҙам күрһәтә: аҡса бүлә, еп, иләнгән еп һәм башҡа кәрәкле материалдар бирә. Тегеү өсөн флис Өфөлә һатып алына, уны шунда уҡ бесеп алып ҡайталар. Һуңынан Мәсетле оҫталары деталдәрҙе йыйып тегә. Тәүге партияны хаки төҫөндәге таплы туҡыманан тегәләр, ә хәҙер башлыса ҡара-йәшел материал ҡулланалар.
Һәр кем хәрәкәткә ҡушылып, яугирҙарға ярҙам итә ала. Бының өсөн 8-963- 137-70-75 телефоны аша Лариса Худякова менән бәйләнешкә инергә кәрәк. Артабан материал, өлгө һәм кәрәкле инструкция бирелә. Командаға Оло Ыҡтамаҡ, Оло Ҡыҙылбай һәм Оло Аҡа ауылынан ҡатын-ҡыҙҙар инә. Эште башҡарырға оҫталар күберәк булған һайын, һалдаттарыбыҙ йылы әйберҙәр менән күберәк тәьмин ителәсәк һәм шуның менән тыуған йорт йылыһын, ярҙамыбыҙҙы тоясаҡ.
Камилла МУСАКӘЛИМОВА.