Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Октябрь , 11:25

Яҡташыбыҙ МХО-ла офицер званиеһын алды

Мәсетле районынан “Бригадир” шартлы исемле 33 йәшлек яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла офицер званиеһына лайыҡ булды.

Яҡташыбыҙ МХО-ла офицер званиеһын алды
Яҡташыбыҙ МХО-ла офицер званиеһын алды

Был яңылыҡты Ҡорғат ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илфат Мәүликаев хәбәр итте. Ҡорғат ауылынан яҡташыбыҙ әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта тора.
Дүрт бала тәрбиәләгән атай быйыл май айында үҙ теләге менән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Быға тиклем ул Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында инкассатор булып эшләй. Ошо көндәрҙә уға офицер званиеһы бирелде – лейтенант дәрәжәһе.
Махсус хәрби операцияла яҡташыбыҙ мотоуҡсылар ротаһы командиры булып хәрби бурысын үтәй. Бер алышта ул яралы иптәштәрен һуғыш яланынан алып сыға һәм уларға ваҡытында беренсе медицина ярҙамы күрһәтә. Юлда дошман дрондары һөжүменә дусар булып, үҙе яралана. Командование билдәләүенсә, хәрби бурыстарҙы үтәү барышында беҙҙең яугир үҙен грамоталы һәм тәүәккәл командир итеп күрһәтә.

Быйыл 1 августан 31 декабргә тиклем РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөгәндәр 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған федераль түләү ала. Шулай уҡ әле 505 мең һум күләмендә төбәк түләүҙәре ғәмәлдә.
Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү мөмкинлеге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Мәсәғүт ауылы, Коммунистик урамы, 16 адресы буйынса йәки 8 (34798) 3-14-04, 3-14-05 телефон һандары буйынса Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссариатына мөрәжәғәт итергә.
Мәсетле районында хәрби хеҙмәткә кандидаттар менән эшләү буйынса белгестең телефон һандары: 8-919-148-85-12.

Светлана СЕРГЕЕВА әҙерләне.

Автор: