Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
22 Ғинуар 2021, 15:00

“Мин эскелектән нисек ҡотолдом?”

Күптән түгел Әбйәлил районына юл төшкәндә, Урал исемле ир-егет менән танышырға тура килде. 42 йәшлек ир “эскелек” тигән һаҙлыҡҡа тамам батҡан еренән унан ҡотолорға ихтыяр көсө тапҡан. Уның тарихы, бәлки, кемдер өсөн фәһемле булыр.

– Шул эскелек арҡаһында эшһеҙ ҡалдым. Әкренләп упҡын ситенә килеп еткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ҡатыным төрлөсә көрәшеп ҡараны ла, был афәтте еңә алмай, ҡул һелтәне. Көн һайын иртәнсәк тораһың да башта бер генә уй: “Ҡайҙан йөҙ грамм табып эсергә?” Ауыл хакимиәте башлығы: “Урал ағай, ташларға кәрәк был яман ғәҙәтте, эшкә урынлаш, балаларың, ғаиләң хаҡында уйла”, – тип гел әйтә килде. Бер көн хакимиәткә эш һорап килдем. Ул-был йомоштарын башҡарһам, бер эсерлек аҡса булмаҫмы икән, тип уйланым. Миңә эшкә урынлашырға, хужалыҡ буйынса ярҙам итергә тәҡдим иттеләр. Төп талап – эсмәү. Ваҡытында эш хаҡы ала башланым, донъя көтөргә дәрт уянды. Тормошомда эскелек тә кәмене, ә инде ныҡлап ташлағаныма ярты йыл.
– Ҡабаттан эсеп китермен, тип ҡурҡмайһығыҙмы?
– Юҡ, ҡурҡмайым, сөнки мин эскән саҡтағы тормош менән айыҡ йәшәүҙең айырмаһын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, үҙ миҫалымда татыным. Айыҡ тормош бөтөнләй икенсе икән: һиңә кеше тип ҡарайҙар, һөйләшәләр, кәңәшләшәләр. Аллаға шөкөр, ғаиләм ҡыуанып бөтә алмай. Балаларҙың ҡарашы үҙгәрҙе, “атай” тип кенә торалар. Быйыл нисәмә йылдарҙан һуң тәүге тапҡыр ғаиләм менән Яңы йыл ҡаршыланым.
– Ә быға тиклем нисек булды һуң?
– Быға тиклем төнгө сәғәт 12-гә мин иҫереп йоҡлап киткән була торғайным инде. Минең өсөн яңы йылдың башланыуының да, башҡа байрамдарҙың да бер мәғәнәһе лә булманы...
– Яҡындар, таныштар нисек ҡабул итте һеҙҙең тормоштағы үҙгәреште?
– Элекке әшнәләр менән ара өҙөлдө, көлөп ҡарағандары ла бар, әммә минең иҫем китмәй. Маҡтап-хуплаусылар ҙа күп. Эскән кешегә бер нимә лә кәрәкмәй бит ул – донъяң төҙөкмө, мал-тыуарың именме – ул турала уйлап та бирмәйһең. Ә хәҙер барыһын да хәстәрләге, яңынан-яңыһын булдырғы килә. Малды ишәйттек, донъя яйлап рәтләнә.
Уралға: “Эскелекте ташлау өсөн нимә кәрәк?” тигән һорауҙы бирҙем.
– Эсеп, ғүмереңде заяға уҙғарыуыңды аңлау кәрәк, – тип яуапланы ул...
Фото: alcoplace.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова