Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Декабрь 2019, 12:00

Көмөш ҡыңғырауҙар тағып беҙгә Яңы йыл килә

Үткән йома Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында райондың иң ҙур Яңы йыл шыршыһын асыу байрамы булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: тантана хужаһын ҡыштың тәүге көнөндә урынлаштырғайнылар. Ә шыршыны электр гирляндаларынан тыш, балалар яһаған иң яҡшы уйынсыҡтар менән биҙәнеләр.
Байрам ҡунаҡтарына район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин мөрәжәғәт итте. Сығышында ул барыһын да етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы һәм балаларға, ололарға һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, теләктәренең тормошҡа ашыуын, ә сарала ҡатнашыусы-ларға яңы йыл шыршыһы янында ваҡыттарын күңелле уҙғарыуҙарын теләне.
Рәсми өлөштән һуң килгән дәртле номерҙар майҙанда хаким иткән былай ҙа йылы атмос-фераны тағы ла ҡыҙҙырып ебәрҙе. Байрам үткәреү өсөн һауа торошо бик уңайлы булды.
Программа нигеҙенә барыһы өсөн дә таныш персонаждар менән әкиәт һалынғайны. Мәскәй әбей үҙенең өйө һәм Шапокляк әбей менән бергә киләһе йылдың символын – Ларисочка исемле сысҡанды эҙләне. Уларға ҡар бабай, сусҡа балалары һәм юлбарыҫ балаһы ярҙам итте.
Шат балалар бик ныҡ дәртләнеп уйнаны, конкурстарҙа, бейеүҙәрҙә ҡатнашты һәм йәш йондоҙҙарҙың сығышын күҙәтте.
Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән һәм матур салют программаны тамамлап ҡуйҙы.
Әйтергә кәрәк, шыршыны асҡанға тиклем бер нисә көн эсендә бында ысын әкиәт – боҙ ҡаласығы йәйелдерелде! Быйыл ул ике һырғалаҡтан, ҡапҡаларҙан, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан, “Маша и Медведь”, “Смешарики” йәнһүрәттәрендәге персонаждарҙан, лабиринттан, боҙ табаҡтан һәм башҡаларҙан тора. Шуныһы йәл, был тантаналы көндә бала-саға скульптураларҙың тәү күренештәрен күрә алманы, сөнки бер ни тиклем элек ҡайһы бер элементтарҙы ватып та өлгөргәндәр – ҙур һырғалаҡтың баҫҡысҡа инә торған ерендәге түңәрәк өлөштәре юҡҡа сыҡҡан, эскәмйәлә ултырған йәнһүрәт Смешаригы ҡолаҡһыҙ ҡалған, сәхнә эргәһендәге бәләкәс шыршылар ҙа зыянланған. Ә Ут-ҡош бөтөнләй башынан мәхрүм булған. Ләкин, хатта шуға ҡарамаҫтан, гәлсәр әкиәт мәсетлеләрҙе һөйөндөрөүен дауам итә.