Мәсетле тормошо
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
31 Октябрь 2019, 17:00

Башҡортостанда трассала пассажир автобусы ауған: алты кеше дауаханаға оҙатылған

Пассажир автобусы ҡатнашлығындағы авария Башҡортостандың Мишкә районы Сурай ауылы янында Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһында теркәлгән.

Ford Transit микроавтобусы водителе идара итеү һәләтен юғалтҡан: машина ауған.


Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, был ваҡытта салонда һигеҙ кеше булған.


«Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, биш кеше зыян күргән, улар ашығыс ярҙам машиналары менән Бөрө районының Үҙәк район дауаханаһына килтерелә. Транспорт хәрәкәтендә уңайһыҙлыҡтар юҡ», — тип белдерҙе ҡотҡарыусылар.


Һуңынан республика ЮХХДИ-да алты кешенең медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәнен билдәләнеләр. Юл фажиғәһенең сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.


Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә һәм тиҙлекте, арауыҡты һәм маневрҙы һайлағанда һауа шарттарын иҫәпкә алырға кәңәш бирҙеләр.