Көнүҙәк
7 Декабря 2018, 13:17

175 кеше эшһеҙ

Мәсетле районы Мәшғүллек үҙәге 1 декабргә ҡарата мәғлүмәт бирҙе.

Районда иҡтисади әүҙем йәштәге халыҡ һаны 12108 кеше тәшкил итә. Йыл башынан 734 кеше үҙҙәренә яраҡлы эш табыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 512-һе Халыҡ мәшғүллеге үҙәге ярҙамында эшле булған. 11 айҙа үҙәк 175 кешене эшһеҙ тип тапҡан.

Район предприятиелары һәм ойошмалары 111 вакантлы урындар булыуы тураһында белдергән.

Айгөл ШАРАПОВА.