Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Июль 2018, 17:58

Йонос һыу аҫтына китергә мөмкин

Әй йылғаһы үҙәнен үҙгәртә. Һуңғы биш йылда һөҙәк яр өс ҡатлы текә ярға әйләнде һәм ауыл кешеләренең йорт-ҡураларына ныҡ яҡынайҙы. Урындағы халыҡ тауыш күтәрә, ә ҡай берәүҙәр ҡурҡышынан хатта өйҙәрен ташлап китә.

Күҙ алдында аяҡ аҫтындағы ер китә. Бер-ике йыл элек кенә бында 20 сутыйлыҡ баҡса ине, ә хәҙер һөрөлгән ер урынында – текә яр. Вил Байрамғәлин төндәрен ер китеүен ишетеүе тураһында әйтә:

- Төндәрен өйҙә булғанда нисек итеп яр емерелеп төшкәне ишетелә. Быйыл яр биш метрлап яҡыныраҡ килде. Ҡойма ҡуйырға тура килде. Бәләкәй бала йүгереп йөрөй, ҡурҡыныс.

Өс ҡатлы йорт бейеклегендәге яр торлаҡ йорттарҙың артында уҡ барлыҡҡа килде. 10-лаған йорт хәүеф зонаһында. Шулай уҡ йыш ҡына бында малдар төшөп китә.

Иҙрис Хафизовҡа ҡоймаһын өйөнә яҡынайтҡандан-яҡынайтырға тура килә. Йыл һайын бында уртаса биш метрға тиклем ер китә.

– 10 йылдан мине йыуып алып китәсәген һиҙеп торам. Был хәҡиҡәт. Элек был яр тәпәш була торғайны. Хәҙер йылдан-йыл китә бара. Оҙаҡламай өйгә килеп етәсәк, – ти ул.

Әй үҙәнендәге үҙгәрештәр әле үткән быуаттың 70-се йылдарында уҡ башлан-ғайны. Бөтә ошо йылдар эсендә һыу әкренләп кенә, ләкин ысынлап тороп кәртә-ҡураға яҡынлашты.

Йонос ауыл советы башлығы Рәүеф Ниғмәтуллин да ярҙың емерелеүенә борсола:

– Кешеләр күсеп китә. Ҡалған халыҡ – нигеҙҙә, пенсионерҙар. Яҡынса 10 өй эләгә. Уларға ҡайҙалыр күсенеп, өй һалыуы ауыр.

Чиновниктар һүҙҙәренсә, Әй йылғаһы Силәбе өлкәһенән башланғанлыҡтан, аҡсаны федераль бюджеттан бүлһәләр генә һыу үҙәнен үҙгәртеү йәки ярҙарҙы нығытыу мөмкин буласаҡ. Күп миллиардлы капитал һалыу урындағы властың да, республиканың да хәленән килерлек түгел. Ә әлегә, мәсьәлә хәл ителгәнсе, ауыл хал-ҡына тәбиғәттең миһырбанлылығына өмөтләнәһе генә ҡала.

(“БЮТ” телеканалы мәғлүмәте).


Шуның менән бергә

Әй йылғаһының яр һыҙаты һуңғы бер нисә йылда емерелә. Айырыуса Ғүмәр, Яңы Мишәр, Йонос, Тимерәк, Яңы Яуыш һәм Иҫке Мишәр ауылдарына ошо ҡурҡыныс янай.

Артабанғы һыу эрозияһын булдырмау һәм халыҡҡа экологик уңайлы йәшәү шарттарын тәьмин итеүсе торошҡа тиклем экологик реабилитациялау маҡсатында Әй йылғаһы ярҙарының йыуылыуын булдырмау сараларын күрергә, йәғни үҙән көйләүсе эштәр (Әй йылғаһының айырым участкаларын туралау, элекке үҙәндәрен ләмдән һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартыу) башҡарырға кәрәк.

Был мәсьәлә буйынса район граждандары бер нисә тапҡыр республика Башлығына, Рәсәй Федерацияһы Президентына һәм район хакимиәтенә мөрәжәғәт итте.

Ошо йылдың майында БР Гидротехник ҡорамалдарҙы эксплуатациялау идаралығының баш технологы, район хакимиәте вәкилдәре һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә үрҙә телгә алынған ауылдарҙа Әй йылғаһы ярҙары тикшерелде.

Ошо сараларҙы бойомға ашырыу өсөн йылға ике тармаҡлы булған Ғүмәр ауылының төньяҡ ситендә уң тармаҡты ләм һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан таҙартып, ағымға йүнәлеш биреүсе дамба (шпора) яһап, уны һул тармаҡҡа йүнәлтергә. Таҙартырға тейешле оҙонлоҡ 100-150 м; Яңы Мишәр ауылы эргәһендә йылға ике тармаҡҡа бүленгән ерҙә ағымға йүнәлеш биреүсе дамба (шпора) яһап, йылғаға һул тармаҡ буйынса йүнәлеш бирергә; Йонос һәм Тимерәк ауылдарын һаҡлау өсөн йылға үҙәнен турайтырға тәҡдим ителә (1-1,2 м); Яңы Яуыш ауылы эргәһендә һул ярҙы таш өйөмдәре менән нығытып ҡуйырға (200-300 м); Иҫке Мишәр эргәһендә йылға ярының йыуылыуы ауылдың яртыһына ҡурҡыныс тыуҙыра – хәүефле участканы таштар менән нығытырға, ә йылғаны элекке үҙәненә йүнәлтергә кәңәш ителә (600-700 м).