Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Июль 2018, 17:49

Берәҙәк мал – бөтмәҫ мәшәҡәт

Берәҙәк мал – күңелһеҙ, һәм, үкенескә күрә, район халҡы һәм урындағы власть өсөн күптән борсоған тема. Ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандар йәй һайын сәсеүлектәрҙе тапай, юлдарҙа “үҙ эҙҙәрен” ҡалдыра, авариялы шарттар тыуҙырып, автомобиль юлдарында хужаларса йөрөй, һәм, әлбиттә, ауылдың эстетик йөҙөн боҙа.

Мал хужаларын малдарын ҡарауһыҙ йөрөткән өсөн инде беренсе тапҡыр ғына иҫкәртмәйҙәр. Ул законда аныҡ билдәләнгән, атап әйткәндә, мал көтөү тәртибен Башҡортостан Республикаһы Административ хоҡуҡ боҙоу-ҙар тураһындағы кодексының “Малдарҙы көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙоу” тигән 7.3-сө статьяһы көйләй.

Унда ғәмһеҙ хужаларға язалар ҙа аныҡ яҙылған: Баш-ҡортостан Республикаһының норматив-хоҡуҡи акттары, муниципаль норматив-хоҡу-ҡи акттары менән билдәләнгән мал көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙоу граждандарға 1000-дән 3000 һумға тиклем; вазифалы кешеләргә 5000-дән 8000 һумға тиклем; юридик ойошмаларға 15000-дән 20000 һумға тиклем күләмдә административ штраф һалыныуға килтерә.

Ҡабаттан хоҡуҡ боҙоу һалынған административ штраф күләмен арттырыуға килтерә.

Ауыл биләмәләре хакимиәттәре мал көтөү ҡағиҙәләренең боҙолмауын күҙәтә, әгәр ҙә инде ундай хәлдәр була ҡалһа, уны теркәйҙәр һәм дәлилдәр: фотоһүрәттәр, протоколдар һәм башҡа материалдар административ комиссияға тапшырыла. Комиссия был материалдарҙы тикшерә һәм мал хужаларына яза билдәләй.

Мәҫәлән, 2017 йыл йом-ғаҡтары буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса комиссия тарафынан 31 материал тикшерелгән. 27 кешегә 40 мең һумлыҡ дөйөм суммаға штраф һалын-ған.

Тағы ла бер сетерекле мәсьәлә – штрафтарҙы үҙ иректәре менән түләмәү. Административ комиссия рәйесе Илшат Хәсәновтың һүҙҙәренсә, ғәҙәттә кешеләр штрафтарҙың дөйөм күләменең 30 процентын ғына ирекле рәүештә түләй. Ҡалғандарын Федераль суд приставтары хеҙмәте аша түләтергә тура килә.

Ауыл кешеһе өсөн мал көтөү һәм ҡыуыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф суммаһы шаҡтай ҙур. Шуға күрә барлыҡ эре һәм ваҡ мал эйәләренә малдарын иреккә сығарып ебәрерҙән алда тағы ла бер тапҡыр уйлап ҡарау зарур.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.