Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Изгелек
22 Сентябрь 2021, 11:00

“Йондоҙ” йәмғиәтенән мәктәпкә бүләк

Яуаплылығы сикләнгән “Йондоҙ” йәмғиәте Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов исемендәге Яңы Мишәр мәктәбенә йыл һайын яңы уҡыу йылына уҡытыу эшендә кәрәкле әйберҙәр бүләк итә.

“Йондоҙ” йәмғиәтенән мәктәпкә бүләк
“Йондоҙ” йәмғиәтенән мәктәпкә бүләк

Изге йоланы дауам итеп, хужалыҡ етәксеһе, район Советы депутаты Юрис Латыпов ағымдағы йылда мәғариф учреждениеһына принтер, ике микрофон һәм акус-тик колонка алып бирҙе.
Мәктәп директоры Зөлфиә Сәхәүетдинова әйтеүе буйынса, был бик кәрәкле һәм мөһим бүләк. “Йондоҙ” йәмғиәте – төрлө мәсьәләләрҙе хәл иткәндә һәр ваҡыт ярҙам күрһәткән ышаныслы дуҫ һәм партнер, тип билдәләй ул.

Автор:Айгуль  Шарапова