Оло Ыҡтамаҡ ауылынан Рафаэль Дәүләтшин 12 авгус-та ирекмәндәр составында урманда сыҡҡан янғынды һүндереүҙә ярҙам итергә йүнәлә.
– Республиканың төньяҡ-көнсығышынан ике ирекмән булды – мин һәм Дыуан районынан бер кеше, – тип һөйләй ул. – Беҙҙең менән бергә баш ҡалабыҙ Өфө, Бәләбәй, Әбйәлил райондарынан 15 ирекмән барҙы, аҙаҡтан Сибай ҡалаһы, Ейәнсура райондарынан ҡыҙҙар һәм егеттәр өҫтәлде.
Шулай уҡ ирекмәндәргә “Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ йыйылышы” йәмәғәт ойошмаһы ҡушылды. Уларҙы йыйыу һәм оҙатыу эше менән Республика ирекмәндәр үҙәге базаһында ойошторолған оператив ирекмәндәр штабы шөғөлләнә. Ирекмәндәрҙе транспорт, аҙыҡ-түлек, шәхси һаҡланыу саралары һәм янғынды һүндереү өсөн кәрәкле инвентарь менән тәьмин итәләр.
– Беҙҙе янғындың иң киҫкен урынына – Хәйбулла районына – алып килделәр, – ти Рафаэль. – Оло Әбеш ауылындағы интернатта урынлаштырҙылар. Беҙҙең менән бергә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре лә булды. Улар инструктаж үткәрҙе, һаҡланыу саралары, рация, һыу һиптергесе менән 20 литр һыу һалынған ранец бирҙе. Беҙгә ауылға утты яҡын килтермәү бурысы ҡуйылды. Ут күп гектар ерҙә таралып өлгөргән. Көндәрҙең эҫе тороуы, ямғырҙың булмауы, ел, урындағы рельефта һыу тултырылған цистерналар менән тәғәйен ергә барып етеү мөмкинселеге булмауы һүндереү эшен ҡыйынлаштырҙы. Тәүге көндә бер нимә күренмәй, төтөн күҙгә тула, тирә-яҡты билдәләү мөмкин түгел. Ярай әле яҡында урынды яҡшы белгән ирекмәндәр тап булды, улар йүнәлеш биреп, хәүефһеҙ урынға сығырға ярҙам итте. Эҫе булғанлыҡтан (һауа температураһы +33 градусҡа етте) йыш ҡына һүндерелгән урындарҙа ҡабаттан ут тоҡанып киткән осраҡтар ҙа булды. Янғынды һүндереүҙә урындағы ауыл халҡы әүҙем ярҙам итте. Шулай уҡ улар аҙыҡ-түлек, эсәр һыу алып килде. Янғын сығанаҡтары бик күп, уларҙы һүндереүе ҡыйын. Әммә берҙәм көс менән беҙ утты һүндерҙек һәм уны ауылға ебәрмәнек. Шуныһы ҡыуаныслы: күптәр был бәләгә битараф ҡалмай, ярҙамға ашыҡты. Алдағы тормошобоҙҙа ауыр саҡта бер-береңә ярҙам итеү яҡшы күренеш булыр, тип уйлайым. Берҙәмлектә – көс!
Шул арала
17 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда туғыҙ урман янғыны теркәлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.
Ут 1477,9 гектар ерҙе ялмап алған: Бөрйән районында – дүрт, Хәйбулла, Белорет, Баймаҡ, Әбйәлил, Учалы райондарында – берәр сығанаҡ. Шуларҙың 1198,9 гектар ерҙәге урман янғыны һүндерелгән. Янғын һүндереүҙә 318 кеше һәм 111 техника ҡатнашҡан.
Һүрәттә: Рафаэль Дәүләтшин (һулда) Хәйбулла районында урындағы ирекмән менән.