Зәки Миңлеғәле улы Башҡортостанда тыуған, балта оҫтаһына уҡып сыҡҡас, Саян-Шушенский ГЭС-ын төҙөргә ебәрелгән. Ошонда, Красноярскиҙа, өйләнгән, ике ҡыҙы тыуған.
10 йыл элек өлкән ҡыҙы яман шеш менән сирләп киткән. Пенсионер әйтеүенсә, дауалау өсөн бик күп аҡса кәрәк булғас, кредиттар алырға тура килгән, торлаҡты «йылына 500% менән» залогка биргәндәр.
Ҡыҙын ҡотҡара алмағандар. Зәки эшләп йөрөгән сағында иҫәптәр буйынса түләп барған, хаҡлы ялға сыҡҡас, фатирға, уның айлыҡ түләүҙәренә - 5 мең һумға арест һалғандар. Ҡатынының пенсияһы тағы ла аҙыраҡ - 3 мең һум. Зәки үҙе артроз менән ауырыу сәбәпле эшләй алмай, табиптар уға ике тапҡыр яңылыш диагноз ҡуйған.
Шунан һуң пенсионер урамға хәйер һорарға сыҡҡан. Ике йыл буйына
магазиндар янында торған, аҙаҡтан уны Катерина Чаликян күреп ҡалған.
— Мин, ғәҙәттә, хәйер бирәм дә юлымды дауам итәм. Ләкин был юлы ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым. Баҡтиһәң, ул бомж түгел, ә ҡыҙына дарыуҙар һатып алыу өсөн бөтә нәмәһен һатҡан олатай икән, - тип яҙған Катерина социаль селтәрҙә.
Ошо хәбәр тотош интернетҡа таралған. Красноярскиҙа битараф булмаған кешеләр олатайға килә, уға аҡса йыя башлаған. Ахырҙа, 1 миллион һум йыйылған. Был аҡса фатир һатып алырға еткән.
ufa1.ru баҫмаһы хәбәр итеүенсә, ике аҙна элек Зәки ғаиләһе менән яңы фатирына күскән.