Изгелек хаҡына
22 сентябрҙә Оло Ыҡтамаҡ ауылында Йәштәр үҙәгенең “Йәш мәсетле” клубы ағзалары Вова Щевьевты дауалауға (диагнозы: рак – ЮИНГ саркомаһы) аҡса йыйыу теләге менән “Изгелек хаҡына” хәйриә йәрминкәһе үткәрҙе. Изге кешеләрҙән йыйылған 8538 һум малайҙың ғаиләһенә тапшырылды.