Артабан мулланы 8-се кантонға күсе-реү сәбәпле, Ҡазан яҡтарынан килгән 1792 йылғы Ибенйәмин Ғәниев уның урынында ҡала. Документтарға ярашлы, ауылыбыҙға килгәндә уның ғаиләһе һәм Сәғдетдин, Фәхретдин, Мөхәмәтсафа исемле улдары булған. Ауылда улар ныҡлап тамыр ебәрә. Һуңғы мулла ла уларҙың өсөнсө быуын вариҫы Әбдразаҡ Фәхретдинов була. Бөгөнгө көндә Ғәйфуллиндар, Солтановтар, Ғафиевтар, Фәйзрахмановтар, Кәримовтар, Хановтар, Әбделхаковтар уларҙың дауамдары булып тора. Өлкәндәр һөйләүе буйынса, мәсет төрлө урындар-ға күсереп һалынған. Тәүгеләре Мәрхәбә Зиннәтуллина, Бибиямал Мөхәмәтоваларҙың баҡсаһы янындағы ҡалҡыу урында булһа, һуңғыһы Феликс Ғәйфуллиндың йорто янында урын алған. Көпләнгән бик күркәм бина була. Уның нигеҙ таштары әле лә тарих һөйләй. Һуғыштан һуң мәсет икенсе урынға күсерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1951 йылда янып китә. Янғын бик көслө була, бер нәмәне лә ҡотҡара алмайҙар.
Дин тәғлимәтен таратҡан ауылдаштарыбыҙҙы бөгөн иҫләмәү яҙыҡ булыр ине. Улар – Ибенйәминдең улдары, ейәндәре һәм бүләләре Мөхәмәткәрим, Фәйзрахман, Ҡәүи, Мирхәйҙәр. Халҡыбыҙ иманға кире ҡайта башлағас, ауылдаштарын дингә өндәп йөрөүсе Мәрхәбә Зиннәтуллина, Гөлсәсәк Дус-мөхәмәтова апайҙар инде баҡыйлыҡҡа күскән. Урындары йәннәттә булһын.
Әбдрәхим ауылында буласаҡ мәсеттең нигеҙе репрессия ҡорбандары, хажиҙар – аталы-уллы Хисаметдин Мөхәмәтдинов, Исламетдин Хисаметдиновтарҙың йорто ҡаршыһында урын алды. Изге ниәтебеҙҙе артабан тормошҡа ашырыу өсөн матди ярҙам кәрәк. Беҙ бигерәк тә ауылдан ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙға өмөт бағлайбыҙ. Ярҙам итергә теләүселәр һаҡлыҡ банкындағы 40817810206004892663 иҫәп һанына (Сажиҙә Әғзәм ҡыҙы Фәйзрахманова исеменә асылған) аҡса күсерә ала. Шулай уҡ ауылдағы “Гөлназ” магазинына (Октябрь урамы, 34) ҡуйылған йәшниккә һалыр-ға мөмкин. Мәрхәмәтлеләргә алдан уҡ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.