Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Изгелек
13 Июнь 2018, 18:40

Казактар ҡатламын тергеҙеү

Республика властары казак йәм- ғиәттәре менән килешеүҙәр төҙөй аласаҡ. Башҡортостан Башлығы тарафынан ҡул ҡуйылған указ ошо хаҡта һөйләй. Күрһәтмәгә ярашлы, республика власть органдары казактар менән килешеүҙәр төҙөй һәм уларҙы билдәле бер эш төрҙәренә йәлеп итә аласаҡ. Мәҫәлән, уларҙы ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү, терроризм менән көрәшеү, йәмәғәт тәртибен йәки мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау өсөн яллау мөмкин.

Беҙҙең районда ла казактар йәмғиәте булдырылған. Ул 2014 йылдың майында төҙөлгән Башҡортостан Республикаһы Бельский казактары берләшмәһенең Оло Ыҡтамаҡ бүлеге. Ул республиканың төньяҡ-көнсығышында казактар ҡатламын тергеҙеү штабы булып тора. Бүлек атаманы итеп ғәскәри старшина Юрис Сафиуллин тәғәйенләнгән.

Бөгөн бүлек нигеҙҙә патриотик тәрбиә – үҫеп килеүсе быуында Ватанға һөйөү, өлкән быуынға, үҙ динеңә ихтирам тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Бында үҫмер йәштәрҙе ҡылыс менән эш итә белергә, автоматты һүтеп йыйырға, пневматик винтовканан атырға өйрәтәләр.

Мәсетле, Балаҡатай һәм Дыуан райондарынан казактар йәмғиәте ағзалары төрлө өлкәләрҙә: хакимиәт аппаратында, янғын һүндереү часында, мәғариф бүлегендә һәм башҡа урындарҙа хеҙмәт итә.

Сиркәү ҡарамағындағы Йәкшәмбе мәктәбендә буласаҡ казак кадеттары менән казактар Владимир Назаренко һәм Константин Закомлистов шөғөлләнә. Улар тәрбиәләнеүселәрен казактар һәм район тарихы менән таныштыра, үҫмерҙәрҙә намыҫ һәм үҙ дәрәжәңде белеү тойғоһо тәрбиәләй. 7 - 14 йәшлек һәр кем был мәктәпкә йөрөй ала.

БР Бельский казактары берләшмәһе Оло Ыҡтамаҡ бүлегенең Мәсәғүт бүлексәһе менән казак подхорунжийы Константин Гвоздев командалыҡ итә, ул да кадеттарҙы өйрәтеү менән шөғөлләнә, уларҙы Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итеүгә әҙерләй. К. Гвоздев практик күнекмәләр һәм сборҙар уҙғарыласаҡ казактар заставаһын йыһазландыра башлаған.

Хәрби-патриотик саралар үткәреүҙе ойоштороуҙа Дыуан күп профилле колледжы филиалы директоры Рөстәм Дистанов ҙур ярҙам күрһәтә. Ул етәкселек иткән уҡыу йортонда бүлек кабинеты асылған. Бында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында казактар ҡатламы тарихы һәм уны тергеҙеү буйынса стендтар яһалған.

Бельский ғәскәри йәмәғәт берләшмәһенең Оло Ыҡтамаҡ бүлеге Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт үтеп ҡайт-ҡан, тыуған яғы яҙмышына битараф булмаған граждандарҙы казактар йәм-ғиәтенә алыуын дауам итә.


Айгөл ӘФРИЗУНОВА.