Бөтә яңылыҡтар
Изгелек
23 Май 2018, 11:35

Ҡояш һинең күңелеңдә

Район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә 190-дан ашыу бала ҡатнашҡан хәйриә концерты ошондай исем аҫтында үтте.

Күңел йылыһы менән уртаҡлашыр һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеү өсөн күп кенә мәсетлеләр килгәйне. Концертта сығыштар бик күп төрлө булды, шуға күрә тамаша бик сағыу, күңелле, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс булды. Был көндө сәхнәгә тик балалар ғына– беҙҙең ҡабатланмаҫ “йондоҙсоҡтарыбыҙ” сыҡты.

Концерт программаһын “Ҡояш-ҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тәьҫирле “Бала саҡ” флешмобы менән асты. “Светлячок”, “Башаҡҡай” балалар баҡсалары һәм Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто йәш бейеүселәре баш-ҡарыуындағы төрлө төҫлө композициялар иҫ киткес ине. “Ромашка” балалар баҡсаһы ҡыҙҙары дәртле испан бейеүен күрһәтте. “Светлячок” балалар баҡсаһынан Диана Гәрәйханова, Башҡорт гимназияһынан Йәмилә Батталова һәм район Мәҙәниәт һарайының “Тембр” өлгөлө вокаль ансамбле тамашасыларҙы һоҡланғыс тауыштары менән әсир итте. Балалар сәнғәт мәктәбенең “Кәнфиттәр” һәм “Өлгөр” балалар бейеү коллективтары сығыштарын зал дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды.

Концертты йомғаҡлап, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова йыйылғандарҙың барыһына ла рәхмәт әйтте. Ул шулай уҡ “Ҡояш һинең күңелеңдә” социаль проекты авторы, “Ҡояш-ҡай” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Альбина Закироваға, шулай уҡ проектта ҡатнашыусы- ларҙың һәм залдағы сит бәләгә битараф ҡалмаған һәм инвалид балаларға ярҙам иткән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.

Йыйылған 15 мең һумдан ашыу аҡсаға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм үҫешендә үҙенсәлектәр булған балалар менән эшләүсе ойошма балалар Һабантуйы уҙғарырға ниәтләй.


Айгөл ШАРАПОВА.


Һүрәттә: “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.