Уйын йыйынында ҡатнашыу өсөн белем биреү учреждениелары тарафынан ирекмәндәр командалары ебәрелде: Әләгәҙҙән “Спортсылар”, Яуыштан “Ялҡынлы йөрәктәр”, лицейҙан икәү – “Изгелек академияһы” һәм “Бер аҙым алға”, Оло Аҡанан “Аврора”, Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонан “Тимурсылар”, Теләштән “Ялҡынлы йөрәктәр”, Башҡорт гимназияһынан “Люди Х”. Был йыйынға Түбәнге Бобиндан “Адреналин”, Ләмәҙтамаҡтан “Блек-стар”, Йоностан “Изге йөрәктәр” һәм Дыуан-Мәсетленән “Осҡондар” ҡушылды.
Балалар осрашыуҙы тү-ҙемһеҙләнеп көттө, аҙна һайын марафонды ойошто- роусылар тарафынан тәҡдим ителгән эштәрҙе үтәне, социаль селтәрҙәрҙә үҙ яҡтары, ғаиләһе һәм башҡар-ған эше тураһында яҡшы хәбәрҙәр һалды.
Ролдәргә бүленеп уйналыусы “Гильдия добра” уйынында командаларға гильдияларға берләшергә, ҡот-ҡарыу хеҙмәттәрендә (полиция, янғын һүндереү часы, табип, егерь, ветеринар) йәшерелгән карта киҫәктәрен йыйырға һәм “Ҡыҙыл китап”тың ярҙам- ға мохтаж хайуандарын ҡот-ҡарырға кәрәк ине. Ҡот-ҡарылған һәр бер “хайуан” өсөн ирекмән балдар алды. Балдар ҡатнашыусы команданың дөйөм рейтингына инде.
Үҫмер ҡыҙҙар һәм егеттәр командала эшләүҙең ҡиммәтле тәжрибәһен алды, үҙҙәренең әүҙемлек дәрәжәһен һәм ҡарар ҡабул итеү тиҙлеген тикшерҙе.
Өс айлыҡ “3Д” марафоны-проектына 19 майҙа йомғаҡ яһаласаҡ. Шунда уҡ бүләкләү тантанаһы буласаҡ.
пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң марафон-