Бөтә яңылыҡтар
Изгелек
13 Апрель 2018, 14:20

“Ялҡынлы йөрәктәр”ҙең яҡшы ғәмәлдәре

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан 2018 йылдың Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителеүен миллионлаған мәктәп уҡыусылары шунда уҡ күтәреп алды. Беҙҙең район мәктәптәрендә балалар изге эштәргә әүҙем ҡушылды, шул иҫәптән Яңы Яуыш мәктәбе уҡыусылары ла.


Ҡоштарға тағараҡ әҙер.


Һигеҙ уҡыусынан торған “Ялҡынлы йөрәктәр” командаһы (етәксеһе – пионервожатый Гөлнур Ғүмәрова) ғинуарҙа төҙөлә һәм дәртләнеп эшкә тотона. Мортаза Рәхимов (командир), Резеда Абдрахманова (командир ярҙамсыһы), Әмир һәм Рамаҙан Ашыргелдиевтар, Азат Абдрахманов, Ғүмәр Ғүмәров, Гөлминаз Абдрахманова, Алмас Сәрүәров өлкән иптәштәре – тимурсылар – эшен дауам итеп, ауылдың оло кешеләренә ярҙам итә. Әбей-бабайҙар балаларҙың эшенән бик ҡәнәғәт булып тороп ҡала.

Уҡыусылар шулай уҡ тәбиғәт һәм ундағы тереклек тураһында хәстәрлек күреүҙе лә үҙ өҫтәренә алды. Ҡыш-ҡыһын улар ҡоштар өсөн тағараҡтар яһаны һәм уларҙы аҙыҡ менән тәьмин итеп торҙо. Әле улар экологик шәмбе өмәләренә әүҙем ҡушылырға әҙерләнә.

Команда ауылда мәҙәни һәм спорт сараларын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтергә тырыша. Мәҫәлән, милли көрәш буйынса спорт мәктәбенең асыҡ беренселегендә һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнал-ған концерт ҡуйғанда уларҙың ярҙамы бик тә урынлы булды.

Команданың “Ялҡынлы йөрәктәр” тип аталыуы әүҙемлекте, уларҙың изге эшкә һыуһауын, уйҙарының яҡтылығын аңлата. Изге эштәр ҡылыуығыҙҙы дауам итегеҙ, ҡыҙҙар һәм егеттәр! Берҙәм тырышлыҡ менән күп нәмәгә ирешергә мөмкин.

Зөһрә ҒӘНИЕВА.



Ололарға ярҙам – изге эш


Ирекмәндәр Антонина Козловала.


Иғлан ителгән Ирекмәндәр йылы менән бәйле, Әләгәҙ ауыл биләмәһе лә ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү буйынса әүҙем эш башланы. Февралдә иң әүҙем ун уҡыусынан торған ячейка төҙөү – тәүге аҙым булды.

Ячейка булдырыуҙың төп маҡсаты – ауыл биләмәһе территорияһында йәшәгән ҡарт кешеләргә ярҙам итеү, Әләгәҙ ауылында тәртип булдырыу, төрлө акциялар уҙғарыу. Эшмәкәрлектәрен башлаған ваҡытта әлеге йыл-ға саралар планы төҙөлгәйне. Шунан һуң башланды ла инде эш.

Мәҫәлән, 30 мартта Әләгәҙ ирекмәндәре тыл хеҙмәтсәне, 91 йәшен тултырған Антонина Максимовна Козловала булды. Уға хужалыҡ буйынса ярҙам күрһәттеләр. Ҡыҙҙар өйҙә тәртип булдырҙы: иҙәнен һәм һауыт-һабаһын йыуҙы, туҙандарын һөрттө, ә малайҙар ихаталағы һәм йорт алдындағы ҡарҙы таҙартты.

Антонина Максимовна ирекмәндәрҙе йылы ҡаршы алды. Ә эштәрен тамамлағандан һуң, уларҙың йышыраҡ килеп йөрөүҙәрен үтенде. Уҡыу-сылар бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетте.

Наталья ЯРМУШЕВА,

Әләгәҙ ауыл биләмәһенең йәштәр менән эшләү белгесе.